-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2021, 16:35

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк

һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерергә тейеш

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк

Рәсәй Фәндәр академияһының В.П. Иванников исемендәге Системалы программалаштырыу институты Лингводок проеткын тормошҡа ашыра. Был система телдәрҙе күп тапҡыр ҡулланыла торған уртаҡ документацияға берләштерә, төрлө һүҙлектәр төҙөүгә, тауыш һәм текст материалдары менән ғилми нигеҙҙә эшләргә ярҙам итә. Иң мөһиме – Лингводок платформаһын үҫтереүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙегеҙҙең яҡын-тирәлә йәшәгән, оло йәштәге кешеләрҙән урындағы диалектта  әкиәттәр, риүәйәттәр, шиғырҙар, ҡобайырҙар, тарих һәм башҡа ауыҙ-тел ижады өлгөләрен яҙҙырып алып,  Telegram платформаһына ебәрергә кәрәк. Бының өсөн:

-  Telegram ҡушымтаһын гаджетығыҙға ҡуйығыҙ;

- https://t.me/lingvodoc_support каналына яҙылығыҙ;

- шәхси мәғлүмәттәр менән яҙмағыҙҙы шунда ебәрегеҙ.

Белгестәр уларҙы эшкәртәсәк һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырасаҡ. Ул саҡта әҙәби нормаларҙан тыш, нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде лә өйрәнергә мөмкин буласаҡ. Был башҡорт телен, шул иҫәптән уның диалекттарын да һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү мөмкинлеге бирәсәк.

Рәсәй Фәндәр академияһының Телдәрҙе өйрәнең институты белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская төньяҡ-көнбайыш диалектын Лингводок платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән эш башларға тәҡдим итте.  Төньяҡ-көнбайыш диалекты татар теленән айырыла һәм башҡорт теленең көнсығыш диалектына оҡшаш. Лингвистар был үҙенсәлекле һөйләштең өҫтөнлөклө вариантын булдырырға тейеш. Ул саҡта бәхәстәр ҙә сикләнер ине.

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк
Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: