+14 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
13 Сентября 2021, 10:50

Беҙ таҙалыҡ яҡлы!

Автойөрөштә ҡатнашыусылар был һүҙҙәрҙе үҙҙәренең  девизы  итеп алған

Беҙ таҙалыҡ  яҡлы!Беҙ таҙалыҡ  яҡлы!
Беҙ таҙалыҡ яҡлы!

Ошо көндәрҙә Федераль экологик оператор менән берлектә Мәскәүҙән  “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө старт алды. Сара “Экология” милли проектына ярҙам булараҡ ойошторолған. Сүп-сар ташыусы машиналар колоннаһы өс мең километр самаһы араны үтәсәк һәм Волга буйы федераль округының төп ҡалаларына һуғыласаҡ.

Ҡалаларҙа махсус техника күргәҙмәһе буласаҡ, улар барышында сүп-сар йыйыу һәм ташыу менән шөғөлләнгән яңы машиналар тураһында күп яңы нәмә белергә була. Ә балаларға был техниканың руле артында ултырыу мөмкинлеге лә биреләсәк.

“Таҙа ил 2.0” автойөрөшө 6-нан 29 сентябргә тиклем үтәсәк һәм 11 субъектҡа ҡағыласаҡ. Был Мәскәү, Владимир, Түбәнге Новгород, Саранск, Ульянов, Яр Саллы, Камбарка, Өфө, Силәбе һәм Екатеринбург ҡалалары. Өфөгә  был машиналар 24 сентябрҙә килеп етәсәк тип планлаштырыла.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас