+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Сентябрь 2021, 10:45

Әбейҙәр сыуағы буласаҡмы?

Был һорауға бөгөн күптәр яуап көтә

Әбейҙәр сыуағы буласаҡмы?
Әбейҙәр сыуағы буласаҡмы?

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала һауа торошо төрлөсә була.

«Аҙнаның тәүге яртыһы йылыраҡ булыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә –  +7,+12, 14 сентябрҙә көндөҙ – +19,+24, 15 сентябрҙә – +14,+19, көньяҡ-көнсығышта +23 градусҡа тиклем күтәрелә. Һалҡын фронттың үтеүенә бәйле 16 сентябрҙә һауа температураһының көндөҙгө сәғәттәрҙә +7,+12 градусҡаса түбәнәйеүе мөмкин», — тиелә хәбәрҙә.

Яуым-төшөмгә килгәндә, урыны менән ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көндөҙ көсәйеүсән, тип хәбәр итте метеорологтар.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: