

Башҡортостандың Конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары араһында һорауҙарға онлайн яуап биреү тамамланған. Анкета һорауҙарына яуап биреү ведомствоның рәсми сайтында аноним формала үткәрелгән. Был сарала 705 респондент ҡатнашҡан. Уларҙың төп өлөшөн – 58 процентты – шәхси эшҡыуарҙар тәшкил иткән.
Анкета һорауҙарына яуап биреүҙең төп маҡсаты – эшҡыуарҙарҙан төбәк тауарҙар һәм хеҙмәттәр баҙарҙарында административ ҡаршылыҡтар кимәле һәм конкурентлылыҡ торошо, үҫеше тураһында белеү, - тип белдергән Конкурентлылыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
Анкета һорауҙарына яуап биргән йүнселдәрҙең төп өлөшө (74 процент) власть органдары эшмәкәрлегенә ыңғай баһа биргән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының һорауҙарға онлайн яуап биреү һөҙөмтәләре төбәктә конкурентлылыҡ мөхитенең барлыҡ йүнәлештәре буйынса ыңғай баһа алған.
Фото интенет селтәренән алынды.