+24 °С
Облачно


Кәрәк була:
* 5-7 йәш бәрәңге
* 2 йомортҡа ағы
* тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос алына.
Әҙерләү:
Бәрәңгене йыуып, 1 см ҡалынлығындағы таяҡсалар кеүек турайбыҙ. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып яҡшылап болғатабыҙ.
Бәрәңгене тәрән һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ.
Духовканы 200–220 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Противендең эсенә пергамонт ҡағыҙ түшәйбеҙ. Бәрәңгене теҙеп һалып сығабыҙ. 7-10 минуттан аҫтындағы ҡағыҙҙы алып, алтын төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!