Дәүләкән районында теүәл иртәнгә сәғәт 8-ҙә һайлау участкаларында тауыш биреү башланды. Участка һайлау комиссиялары ағзалары алдан уҡ бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр, бирсәткәләр, ручкалар әҙерләп ҡуйҙы. Улар һәр килеүсегә тапшырыла бара. Бюллетендәрҙе төшөрөү өсөн күҙәтеүселәр алдында үтә күренмәле урналар урынлаштырылды.
1714-се һайлау участкаһы 5-се гимназияла урынлашҡан. Беренсе һайлау көнөндә уҡыусылар өсөн онлайн-занятиелар ҡаралған. Тәүгеләрҙән булып тауыш бирергә үҙәк район дауаханаһы баш врачы Асия Минһажева һәм Александр Пилипенко килде. Һайлауға даими йөрөүселәр булараҡ, улар тауыш биреү мөһим тип билдәләне. Тауыш биреү – илебеҙҙең тормошонда ҡатнашыу, үҙеңдең конституцион бурысыңды үтәү тигән һүҙ.
Һайлауға тәүгеләр рәтендә килеп, тауыш биреп, улар көн дауамында үҙҙәренең башҡа эштәре менән мәшғүл буласаҡ.