0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Сентябрь 2021, 16:35

Өлкән быуын вәкилдәре ситтә ҡалманы

Һайлауҙарҙың тәүге көнөндә тауыш биреү участкаларында өлкән быуын вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине

Өлкән быуын вәкилдәре ситтә ҡалманы
Өлкән быуын вәкилдәре ситтә ҡалманы

Мөҙәрис Сөләймәновтың исеме дәүләкәндәрҙең күбеһенә таныш. Үҙ ваҡытында ул агросәнәғәт өлкәһендә хеҙмәт һалған кешеләрҙең береһе – баш агроном да була, етәксе вазифаһын да үтәй..

Үҙенең конституцион бурысын үтәү өсөн был көндө ул район Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1711-се һайлау участкаһына килде. Ветеран Суйынсы ауылында пропискала, әммә унда ҡайтып һайлап йөрөү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, алдан уҡ хәстәрлек күрә – Дәүләкән ҡалаһында тауыш биреүе тураһында ғариза яҙа. Илебеҙ яҙмышы үҙебеҙгә бәйле ти ул. Мөҙәрис Зәйнулла улы һайлауҙарҙың өс көн дауамында барыуын да ыңғай яҡтан билдәләй – кешеләр буш ваҡытында, үҙҙәренә уңайлы мәлдә  һайлау участкаларына килә аласаҡ ти.

Автор:Сергей Чиков
Читайте нас: