-12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2021, 21:20

Көҙгө йәйғор

Һарғылт япраҡтар фонында ул шул тиклем матур һәм илаһи күренә!

Көҙгө йәйғор
Көҙгө йәйғор

Йәй беҙҙең менән күптән хушлашты. Тынды ҡыуырып барған эҫелек булмаған да кеүек. Көҙ тиҙ арала хакимлыҡ итә башланы: кинәт һалҡынайтты, әсе елдәр йышайҙы. Иртәнән үк ҡарағусҡыл болоттар ҡабара башлай. Бер көндө болоттар араһынан матур итеп "Салауат күпере", йәғни йәйғор һуҙылды. Көҙгө йәйғор бигерәк тә үҙенсәлекле һәм матур икән. Тирә-яҡта бушап ҡалған баҫыуҙар һарғылт төҫтә күренә, урман һыҙаттары ла йәшел-һары төҫкә мансылған, ә күктә төрлө төҫтәрҙә йәйғор балҡый. Илаһи күренеш!

Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас