+6 °С
Ясно


“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт халҡының архитектура ҡомартҡыһы булған Ҡарауанһарайҙың 175 йыллыҡ юбилейын үҙенсәлекле итеп билдәләй. 27 сентябрь радионың ижади коллективы Өфө-Ырымбур маршруты буйынса асылған “Орлан” поезының тәүге составында күрше өлкәнең баш ҡалаһына юллана. Унда радиожурналистар Ырымбурҙағы башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашып, Ҡарауанһарайға экскурсия ойоштора.
Киләһе көн, 28 сентябрҙә иртәнге 8:00 сәғәттә “Теге өсәү” тапшырыуы тура эфирға Ырымбур ҡалаһынан сыға. Бер сәғәтлек күсмә эфирҙа егеттәр Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәрҙең тормошо менән танышып, бөтә тыңлаусыларға Ҡарауанһарайҙан сәләм оҙата.