0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2021, 16:50

Өфө тәүге тапҡыр үҙендә илебеҙҙең иң эре шахмат турнирҙарын ҡабул итәсәк

8 октябрҙән 21 октябргә тиклем Өфөлә шахмат буйынса ир-егеттәр араһында 74-се Рәсәй чемпионаты һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 71-се Рәсәй чемпионаты үтәсәк.

Өфө тәүге тапҡыр үҙендә илебеҙҙең иң эре шахмат турнирҙарын ҡабул итәсәк
Өфө тәүге тапҡыр үҙендә илебеҙҙең иң эре шахмат турнирҙарын ҡабул итәсәк

Спорттың ошо төрө буйынса турнир – ил кимәлендәге иң төп ярыш. 2021 йылда республика шахматы тарихында чемпионаттарҙы үткәреүҙе тәүге тапҡыр Башҡортостандың баш ҡалаһына ышанып тапшырҙылар.

Рәсәй чемпионаттары суперфиналдарының «хужаһы» исеменә бер нисә ҡала дәғүә итте, әммә Рәсәй шахмат федерацияһы, Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың  шәфҡәтлелек фонды тап Өфө ҡалаһына өҫтөнлөк бирҙе. Әһәмиәтле бер нисә фактор быға булышлыҡ итте.

Республикала, шул иҫәптән Өфөлә, шахматтар ҙур үҫеш алды. Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы ярҙамында республиканың йәш спортсылары бөтә Рәсәй ярыштарында уңышлы сығыш яһаны һәм Европа, донъя чемпионаттарында лайыҡлы көрәште. Өфө ҡалаһында турнирҙар ойоштороу, «Толпар» шахмат клубының эше юғары баһаланды, шулай уҡ республикалағы шахмат белгестәренең уңышлы эшмәкәрлеге билдәләп үтелде.

БР Шахмат федерацияһы бөтә Рәсәй федерацияһы менән патрнерҙарса, эшлекле мөнәсәбәт  булдырған. Ә тап Өфөлә Рәсәй чемпионатының суперфиналдарын үткәреү ҡарары Спорт һәм Мәғариф министрлыҡтарының  республикала шахматты үҫтереү буйынса эштең уңышлы барыуын дәлилләй.

Суперфиналдарҙы «Шахматтар – музейҙарҙа» тигән программа сиктәрендә ойоштороу, уларҙы  үткәреү шарттарының береһе ине. Өфө, М.В. Нестеров исемендәге художество музейының уникаль майҙансығын тәҡдим итеп, башҡа конкурентлыҡ иткән ҡалалар менән сағыштырғанда бында ла өҫтөнлөрәк булып сыҡты.

Өфөгә ысынында Рәсәйҙең донъя һәм Европа чемпионаттарында күп тапҡырҙар еңеү яулаған, донъя шахмат коронаһына турнирҙарҙа ҡатнашҡан иң көслө шахматсылар киләсәк. Улар иң юғары рейтингҡа эйә, күптәре Юғары лигалағы һайлап алыу ярыштарының ҡатмарлы «иләге» аша үткән һәм донъялағы иң көслө спортсылар исемен йөрөтөргә хаҡлы. Һуңғы ваҡытта республиканың баш ҡалаһында спорттың төрлө төрҙәре буйынса бик күп әһәмиәтле халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ярыштары үтте. Ошо көндәрҙә Өфө илебеҙҙең шахмат үҙәктәренең береһенә әйләнәсәк. БР Шахмат федерацияһында Рәсәй чемпионаттарының суперфиналдарын үткәреү бөтә республикала ер шарындағы иң «аҡыллы» уйын менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, төбәктең абруйын һәм танылыуын күтәрер, уның имиджына ыңғай йоғонто яһар һәм Өфөнө Рәсәйҙең иң интеллектуаль үҙәктәренең береһе итеп танытыр, тип ышаналар.  

 

Өфө тәүге тапҡыр үҙендә илебеҙҙең иң эре шахмат турнирҙарын ҡабул итәсәк
Өфө тәүге тапҡыр үҙендә илебеҙҙең иң эре шахмат турнирҙарын ҡабул итәсәк
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: