+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2021, 16:00

Подписка ун көнлөгө бара

2022 йылдың беренсе ярты йыллығына Бөтә Рәсәй нәшриәт баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө старт алды

Подписка ун көнлөгө бара
Подписка ун көнлөгө бара

2021 йылдың 4 октябренән 14 октябренә тиклем 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына нәшриәт баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө үтә. Был осорҙа подписка хаҡтары түбәнәйә, шуға үҙегеҙгә, ата-әсәйҙәрегеҙгә, яҡындарығыҙға, социаль учреждениелар пенсионерҙарына республика, район, ҡала нәшриәт баҫмаларын күпкә осһоҙораҡ хаҡтар менән яҙҙырта алаһығыҙ.

Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға, шул иҫәптән «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзитенә лә, бөтә почта бүлексәләрендә   яҙылырға, шулай уҡ онлайн-подписка эшләргә мөмкин. «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто гәзит-журналдарға йортоғоҙҙан сыҡмай ғына, бер нисә минутта яҙылырға тәҡдим итә. Онлайн-подписка сервисы менән rbsmi.ru cайтында файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн «Подписка» (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ ) бүлегендә гәзит йәки журналды һайлап (уларҙың баҫма йәки электрон варианттарын һайларға була) алырға һәм яҙылырға ғына кәрәк. Бынан тыш, подписчиктар бүләктәр уйнатыуҙа ла ҡатнаша ала. «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто «Яҙыл һәм бүләк от» тигән дөйөм республика конкурсы үткәрә. Ошондай уҡ конкурс беҙҙең «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзите тарафынан да ойошторола. Республика конкурсында ҡатнашыу өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/  бүлегенән бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылыу мөһим. Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә. Улар Башҡортостан Юлдаш телеканалында 2022 йылдың ғинуар аҙағында уйнатыласаҡ. Ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 15 ғинуарына тиклем адресығыҙ, телефон һандарығыҙ күрһәтелгән ирекле формала яҙылған заявкағыҙҙы һәм подписка квитанцияларығыҙҙы 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50-йыллығы урамы, 13, БР «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто Дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресына, йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. «Яҙыл һәм бүләк от» тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ. Ошоға өҫтәп, район һәм ҡала гәзит-журналдары үҙҙәренең редакцияларының бүләктәрен уйнатасаҡ.

 Беҙҙең «районка» конкурсында ҡатнашырға һәм бүләк оторға теләүселәргә иһә район гәзитенә яҙылырға һәм квитанцияларын редакцияға почта аша йәиһә [email protected] электрон адресына ебәрергә  кәрәк.

Бөтә ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, Башҡортостан, район тормошона хәбәрҙар булырға теләһәгеҙ, республиканың нәшриәт баҫмаларына һәм «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзитенә яҙылығыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн подписка 2022 йылдың яртыһына  йәки тотош бер йылға эшләнгән булырға тейеш.

Ә 4 октябрҙән 14 октябргә тиклем 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына нәшриәт баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө ваҡытында «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзитенә подписка хаҡтары түбәндәгесә:

1 айға – 129,56 һум; 6 айға – 777,36 һум.

Беҙҙең менән ҡалығыҙ – беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ!

Реклама.

Подписка ун көнлөгө бара
Подписка ун көнлөгө бара
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: