-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2021, 17:25

Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...

Тәбиғәттең дүрт миҙгеле булған кеүек, кеше ғүмерен дә дүрт дәүергә бүлергә мөмкин. Юҡҡа ғына өлкәндәрҙең ғүмерен көҙ менән сағыштырмайҙарҙыр. Нәҡ ошо илаһи осор – үткәндәрҙе барлай, күргәндәргә һығымта яһай, тормоштоң уңыштарын йыя, туплаған тормош тәжрибәһен башҡаларға өләшә торған мәлдер. Ташлытамаҡ ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мөслимә Гәрәй ҡыҙы Ғәзиеваның да көҙ - иң яратҡан миҙгеле.

Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...

Тәбиғәттең дүрт миҙгеле булған кеүек, кеше ғүмерен дә дүрт дәүергә бүлергә мөмкин. Юҡҡа ғына өлкәндәрҙең ғүмерен көҙ менән сағыштырмайҙарҙыр.  Нәҡ ошо илаһи осор – үткәндәрҙе барлай, күргәндәргә һығымта яһай, тормоштоң уңыштарын йыя, туплаған тормош тәжрибәһен башҡаларға өләшә торған мәлдер. Көҙ һәр кемдең күңеленә яҡын. Ә хәҙер инде тарихта ғына ҡалған аслыҡ-яланғаслыҡ, юҡлыҡ замандарын үтеп, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай алға барыуын дауам иткән өлкән быуын кешеләре өсөн был миҙгел - уйланыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу ул.

Ташлытамаҡ ауылында йәшәгән Мөслимә Гәрәй ҡыҙы Ғәзиева быйыл, һау булһаҡ, 90 йәшен билдәләй. Ул 1931йылдың  23 ноябрендә Ауырғазы районы Ҡорманай ауылында тыуған. Атаһы һуғыштан яраланып ҡайтҡан һәм күп тә тормай баҡыйлыҡҡа күскән, уның артынан әсәһе лә гүр эйәһе булған. 4 бала үкһеҙ етем ҡалған. Мөслимә инәйҙең ағаһын да һуғышҡа алалар. Ул киткәндә, ҡыҙға ни бары 11 йәш була. Уны энеһе менән балалар йортона илткәндәр. Туғанын унда алып ҡалғандар, ә Мөслимәне: «Һин хәҙер ҙур инде, үҙ көнөңдө үҙең күрә алаһың», - тип кире ҡайтарғандар. Белем алырға ла мөмкинлеге булмаған уның, ни бары ике класс ҡына уҡыған. Эшләргә мәжбүр булған, сөнки ас йөрөп булмай бит. Ни ҡушҡандар, шуны эшләгән: һыйыр һауған, күп йылдар һарыҡтар ҡараған. Ташлытамаҡ ауылы егете Нагаев Мөнзил Ваһап улы менән ғаилә ҡорғандар, 55 йыл ғүмер һуҡмағынан бергә атлағандар.  Дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биргәндәр. Хәҙер инде уларҙың үҙҙәренең һәр береһенең ғаиләләре, балалары, ейәндәре бар. Оло улдары Альберт - Дәүләкән ҡалаһында, икенсе улдары Рәсим – Кемеровола, ҡыҙҙары Зөлфиә – Өфөлә (хәҙер ауылға ҡайтып, әсәһен тәрбиәләй), Әлфиә Бөрө ҡалаһында йәшәй. Бөтәһе лә әсәләре эргәһенә йыш ҡайтып, ярҙамлашып, хәлен белеп торалар.

Ауыл халҡы ла киң күңелле, алсаҡ инәйҙе хөрмәт итә.  Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәйҙән эш һөйгән Мөслимә Гәрәй ҡыҙы бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ихатаһын тултырып ҡош-ҡорт та аҫрай, тирә-яҡты йәмгә күмеп баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр ҙә үҫтерә. Еләк-емешен дә йыя, ҡышҡы оҙон кистәрҙә йөнөн дә иләй, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш-бейәләйҙәр ҙә бәйләй. Йомошҡа килгәндәрҙең береһен дә кире бороп ебәрмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Үҙе әҙерләгән ҡайнатмалар менән күрше-күләнен сәй эсергә лә саҡырып өлгөрә. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик күп почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны, Мөслимә Гәрәй ҡыҙы Ғәзиева тормош һынауҙарына бирешмәй, ғүмер көҙөнә етһә лә, тулы тормош менән йәшәүен дауам итә.

 Оло тормош тәжрибәһе туплаған инәйҙең йәштәргә лә әйтер һүҙе бар:

- Иҫән-һау булһын балалар, матур итеп йәшәһендәр. Тормошта нимәләр генә булып китмәй, шулай ҙа бер-береңде аңлап, бер-береңде ғәфү итеп, татыулыҡта йәшәргә ынтылырға кәрәк, - тип матур тормош кәңәштәрен, теләктәрен еткерә.

Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Ғүмер көҙҙәренә ингәндә...
Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас