

Билдәле булыуынса, "Айыҡ ауыл" конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ул кире тергеҙелде. Проектты тормошҡа ашырыуға журналистар, сәхнә оҫталары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә.
Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, халыҡта ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, сәм уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Быйылғы конкурс тәртиптәренә килгәндә, ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Ул 2021 йылдың сентябренән 2022 йылдың 30 июненә тиклем ике этапта үтә.