-6 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2021, 16:50

Ҡанатлы фантазиялар илендә

Беҙҙең район һәр ваҡыт үҙенең һәләтле һәм мауығыусан кешеләре менән дан тотто. Уларҙың күбеһе тураһында «районка» биттәрендә яҙып сыҡтыҡ һәм артабан да улар хаҡында һөйләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы тағы ла бер ижад кешеһе, Мәкәш ауылында йәшәүсе алтын ҡуллы оҫта Фәнис Әнүәр улы Латипов менән таныштырырға теләйбеҙ.

Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә

Һәр кемгә - күҙ ҡарашын үҙенә тартып торған матур һәм ҡыҙыҡлы әйберҙәр әйләнәһендә булыу, ә кемдәргәлер, киреһенсә, уларҙы яһау оҡшай. Ағасты семәрләп эшләгән әйберҙәр кемдәр өсөндөр матди сығанаҡ һаналһа, Фәнис Әнүәр улы өсөн иһә – ысын сәнғәт. Үҙенең бөтә буш ваҡытын ул ошо шөғөлгә бағышлай.

Фәнис 1961 йылда Мәкәш ауылында Мөхәсәнә һәм Әнүәр Латиповтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Бәләкәй сағынан уҡ төрлө ағастарҙан уйынсыҡтар яһау менән мауыға. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан дуҫы, ошо уҡ ауыл егете Рәүил Сәлихов менән теплоходҡа эшкә урынлаша. Бәлки шулай, тыуған ауылынан алыҫта йәшәргә лә ҡалыр ине, әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә: атаһы вафат булғандан һуң, әсәһе эргәһенә, Мәкәшкә кире әйләнеп ҡайта. Атай нигеҙендәге иҫкергән йорт урынына яңыһын, ике ҡатлыһын һалып ҡуя. Һәм йортон ғына түгел, ә уның эсендәге бөтә йыһаздарҙы ла үҙ ҡулдары менән яһарға ҡарар итә. Һәм шулай эшләй ҙә. Хәҙер инде уларҙың йортона ингән һәр кем үҙен музейҙа йөрөгәндәй хис итә. Бөтә нимә бында күргәҙмәләге кеүек, был тылсымлы апартаментҡа тәүге тапҡыр ингәндә хатта ҡаушап ҡалаһың. Семәрләп эшләнгән түшәмдәр, стеналарҙағы фрескалар, семәрле ҡумтала урынлаштырылған һуға торған сәғәт һәм күп ваҡыт тик музейҙарҙа ғына осрай торған йыһаздар. Ябай ғына ауыл өйөнән Фәнис Әнүәр улы ысын батшалар һарайы яһаған! Һәр бүлмәлә уникаль йыһаздар урынлаштырылған. Иҫ китерлек матур дивандар, семәрле кәштәләр, аш-һыу һәм ҡунаҡтар бүлмәләре өсөн гарнитурҙар, үҙенсәлекле рамдарҙағы фотоһүрәттәр – быларҙың бөтәһен дә ошо йорт-музейҙа күрергә була.  Әммә уны тәү сиратта йәшәү өсөн йорт, тик шунан ғына музей тип әйтергә мөмкин. Бында бөтә нимәләрҙе лә тотоп ҡарарға, улар эргәһендә фотоға төшөргә, хатта батша тәхете кеүек дивандарҙа ултырып торорға ла ярай. Ә был матурлыҡты йорт хужаһының көн дә күреүен аңлағас, ирекһеҙҙән күңелдә: «Йәшәй белә шул кешеләр!»-  тигән һоҡланыу хистәре тыуа.

«Бер кемде лә ғәжәпләндерәһем килмәне, - ти Фәнис Әнүәр улы, - тик ябай ғына кешенең дә ҡулынан бөтә нимә лә килә икәнен күрһәтергә генә теләнем». Ә ул үҙе иһә ағастан шул тиклем һоҡланғыс әйберҙәр яһай, бөтәһе лә был биҙәктәрҙе ҡабатлай ҙа алмаҫ ине, моғайын. Оҫтаның йортона ингәндәрҙең күбеһе был йыһаздарҙың тик бер кеше ҡулы менән генә эшләнеүенә хатта ышанып та бөтмәй. Ә махсус белем дә алмаған, был һәләте тыумыштан тәбиғәт тарафынан бирелгән Фәнис Әнүәр улы шаярып: «Ер йөҙөндә ике стиль – рококо һәм барокко бар, ә минең иһә үҙемдеке – латиповтыҡы», - ти.

 Бөтә әйберҙәрҙе лә ул ағастарҙың йомшаҡ төрҙәренән яһай. Бер изделиены эшләү өсөн, уның ниндәй ҡатмарлыҡта булыуына ҡарап, төрлө ваҡыт китә. Тәүҙә планлаштырған эшенең эскиздарын төшөрә, артабан инде ағасҡа төрлө формалар бирә. Уның оҫта ҡулдарында ябай таҡта, фанера киҫәктәре тылсымлы үҙгәрешәтр кисереп, ысын шедеврҙарға әйләнә. Фәнис Әнүәр улы эшләнеп бөткән әйберҙе ышҡып тигеҙләй, лак менән ҡаплай, ә ҡайһы берҙә төрлө төҫтәге колер ҙа ҡуллана.

Алтын ҡуллы уҙаман аралашҡанда  бик тыйнаҡ, аҙ һүҙле. Ул үҙенең ҡаҙаныштары менән маҡтанмай, уларҙы ғәҙәти эш тип һанай. Шулай уҡ ул тормошто яратыусы һәм һәләтле кеше. Был уның эштәрендә лә сағылыш тапҡан. Әйтерһең дә, бөтә матур хис-тойғоларын оҫта ошо һоҡланғыс  әйберҙәргә күсерә. Алда әле уның ниәтләгән эштәре бик күп. Ә Фәнис Әнүәр улы Латипов кеүек оҫтаның иһә бөтә ҡанатлы фантазиялары һәм хыялдары һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ.

Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Ҡанатлы фантазиялар илендә
Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас