+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2021, 12:50

Бөгөн, 15 октябрь – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Бөгөн, 15 октябрь – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Бөгөн, 15 октябрь – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө
Бөгөн, 15 октябрь – ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө

Мәшәҡәттәре баштан ашһа ла, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә ауыл тормошо яҡын. Һауынсыларҙың таң һарыһынан эшкә китеүҙәре, еләҫ елдә тибрәлгән туҡ башаҡтар, икмәк еҫе, кисен урам тултырып көтөүҙән мал-тыуар ҡайтҡан мәлдәр бәләкәйҙән үк хәтергә һеңеп ҡалған. Һәр эштең башында ҡулдары арыу-талыу белмәҫ инәйҙәребеҙ, еңгәләребеҙ, апайҙарыбыҙ тора тиһәм һис яңылышмам. Түбәндәге  шиғырҙан өҙөк  тап уларға арналған да инде.

Тауыҡ сүпләп өлгөрәлмаҫ

Бөтмәҫ мәшәҡәтлебеҙ.

Ҡош-ҡорт, мал-тыуар, баҡсалы

Ауыл ҡатындары беҙ.

Баҡса үҫә, ҡош-ҡорт уңа,

Һөт-ҡаймаҡ ағып тора.

Йәшәйбеҙ беҙ рәхәтләнеп,

Эштән йәм табып ҡына.

Иңебеҙҙә мең мәшәҡәт,

Бирешмәйбеҙ барыбер.

Тос беләкле, саф йөрәкле

Ауыл ҡатындары беҙ.

Рәссам Николай Новиковтың картинаһы интернеттан алынды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: