0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2021, 11:20

Табырға ярҙам итегеҙ

Бәлки, белеүселәр барҙыр

Табырға ярҙам итегеҙ
Табырға ярҙам итегеҙ

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Дим Хәбиәхмәтов беҙҙең район гәзитенә мөрәжәғәт итеп, үҙенең үтенесен белдерҙе. Ул 1984-86 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Шевченко ҡалаһында эске ғәскәрҙәрҙә бергә хеҙмәт иткән дуҫтары, Дәүләкән районы егеттәре Радик Ниғмәтуллин, Рәил Буранбаев, Шәһит Рамазановты (исеме Рамазан булыуы ла мөмкин, яңылышыуым да ихтимал, ти) эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы ауылдан икәнлеген онотҡан, ни тиһәң дә оҙаҡ йылдар үткән бит. Яҡынса улар 1965-66 йылдарҙа тыуған егеттәр булырға тейеш.
Дим Хәбиәхмәтов үҙе сығышы менән Белорет ҡалаһынан, бөгөн Өфөлә йәшәй.
Хөрмәтле дәүләкәндәр! Арағыҙҙа, бәлки, был егеттәрҙе белеүселәр барҙыр. Әйҙәгеҙ, осрашыу өмөт иткән, һалдат дуҫлығын нисәмә йылдар күңелендә һаҡлап йөрөткән ағайға ярҙам итәйек. Беҙгә бәләкәй генә мәғлүмәт тә мөһим. Кем белә, был юлдарҙы Радик, Рәил, Шәһит (Рамазан булыуы мөмкин) үҙҙәре лә уҡыуы ихтимал бит.
Дим ағай Хәбиәхмәтов шул тиклем хеҙмәттәштәрен табырына ышана.
Фотола Радик Ниғмәтуллин - беренсе рәттә һулдан етенсе, Рәил Буранбаев - икенсе рәттә һулдан етенсе, Шәһит Рамазанов (бәлки, Рамазан) өсөнсө рәттә һулдан етенсе. Уң яҡтағы яҙыу фотоның 1985 йылғы икәнлеген күрһәтә.
Ярҙам итегеҙ, дуҫтар! Һеҙҙән ярҙамығыҙға ышанабыҙ.
Алия Уразбахтина.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: