Был ваҡиғаларға инде күпме йылдар үткән, күмпе һыуҙар аҡҡан, Әммә Рәсилә инәйҙең хәтерендә улар кисә генә булған һымаҡ. Ярым етемлектә, аслыҡ-яланғаслыҡта үткән бала саҡ, өлкәндәр менән бер ҡатарҙан эш... Имай-Ҡарамалы ауылында ғүмер итеүсе Рәсилә инәй Лотфуллина оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул йылдар ваҡиғаларын яҡшы хәтерләй.
- Атайыбыҙ вафат булғас, астан үлмәҫ өсөн әсәйем Шишмә районынан бер ҡартҡа кейәүгә сығырға риза булды. Ул кеше ҡустым Ғазыйҙы үҙе менән алырға рөхсәт бирҙе, тик нишләптер мине алырға рөхәт итмәне. Шулай итеп, үҙ көнөмдө үҙем күрергә мәжбүр булдым. Өлкәндәр менән бер рәттән колхозға эшкә төштөм, тырыштым, сөнки яҡлаусым да, таяныс-терәгем дә юҡ ине, - тип һөйләй ул.
Быйыл көҙ ул үҙенең 87 йәшен билдәләне. Инәйгә үҙ йәшен бирерлек тә түгел. Өйөндә заманса итеп ремонт яһатҡан, һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек. Йәй көндәрендә баҡсаһында сәскәләр үҫтерергә ярата. Бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт инәй. Үҙ тормошонда күпте күргән, ауырлыҡтар кисергән өлкән быуын вәкиле бөгөнгө тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Түбәндәге һүҙҙәре лә шуны ҡеүәтләп тора:
- Рәхмәт балаларыма, көн дә хәлемде белеп, һорашып торалар. Уларҙың тауышын ишетеү миңә көс-дәрт бирә, көнөмдө нурлы итә, миңә шунан артығы кәрәкмәй ҙә...