

Бөгөн, 19 октябрь, Рәсимә Ураҡсинаның тыуған көнө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2015 йылда уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Башҡорт әҙәбиәтендә ул балалар шағирәһе булараҡ танылыу яуланы. Уның кескәйҙәр, мәктәп уҡыусылары өсөн еңел ритмда яҙылған шиғырҙары шул тиклем күңелгә ята, бер тында уҡыла.
Иҫән сағында Рәсимә Ураҡсина яҡташтарын бер ваҡытта ла онотманы, Яңы Яппарға һәр саҡ ҡайтып йөрөнө, ауылдаштары менән осрашты. Райондың һәләтле балалары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
Әхиәр Хәкимов музейында Рәсимә Минебулат ҡыҙы өсөн дә махсус урын бирелгән, бында уның шәхси әйберҙәре, китаптары ҡәҙерле экспонат булараҡ һаҡлана. Музейға килеүселәр шағирәнең ижады менән бик тә ҡыҙыҡһына, уның хаҡында һөйләгәндәрҙе иғтибар менән тыңлай.