0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2021, 21:16

Көҙ йәме - һары сәскәләр

Тирә-яҡта япраҡтар ҡойолоп, тәбиғәт ҡышҡы йоҡоға талырға әҙерләнгән мәлдә улар айырыуса һоҡланғыс

Көҙ йәме - һары сәскәләр
Көҙ йәме - һары сәскәләр

Имай-Ҡарамалы ауылында Рәсилә инәйҙең ишек алдына килеп инеү менән беҙҙе шундай матурлыҡ ҡаршыланы. Йылы яратыусы барлыҡ гөлдәр ҡаҙып алынып бөткән, ә ошо һары сәскәләр һис ни булмағандай ултыра бирә. Ҡапҡаны асҡас та күҙҙәр тап уларға төбәлә. 

Йәй ғүмерен оҙайтырға теләгәндәй, көҙгә бирешергә иҫәптәре юҡ әле уларҙың. Хас та уларҙы тәрбиәләп ҡараған хужабикәләре һымаҡ. Ғүмер көҙөндә ҡартлыҡҡа бирешмәйенсә һәүетемсә йөрөп ята инәй ҙә. Ултыртҡан гөлдәре лә үҙе һымаҡ, һалҡын көҙгө елдәргә бирешмәй, тирә-яҡты йәмләп ултырыуҙарын дауам итәләр. 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: