-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2021, 01:05

Мал урлауҙар башланды...

Кешенең ҡарап торған малына ҡул һуҙыусылар  бер нимәнән дә ҡурҡмай

Мал урлауҙар башланды...
Мал урлауҙар башланды...

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районында бер нисә баш һыйырҙы атып, алғы һәм артҡы боттарын ҡырҡып алып китеүҙәре тураһындағы хәбәр интернет селтәрендә йәшен тиҙлеге менән таралды.

Был йәһәттән һәр кем үҙенең фекерен белдерә, әлбиттә. Ә бына мал хужаларының кисерештәрен һүҙ менән әйтеп аңлатырлыҡ түгелдер. Бәлки, ул берәүҙең күҙ төбәп торған һуңғы һыйырылыр?  Кемдер балаларыма ит булһын тип тырышып аҫрай, аҡтан айырылырға теләмәгән пенсионерҙар ҙа бар. Ауыл халҡының  бар өмөтө һәм  ышанысы малда бит инде.

Еңел табыш артынан ҡыуысылар йоҡламай. Көҙ етте, малдар көрәйҙе. Ҡышҡа инер алдынан һыйырыңдан яҙыу бик ауыр әлбиттә. Баш һау булһа, мал табыла тиҙәр ҙә ул, әммә уны ошолай итеп вәхшиҙәрсә боттарын ғына ҡырҡып алып китеүҙәре....

Ҡараҡтарҙы тоторҙар, енәйәт асылыр тип өмөтләнәйек. Мал хужаларына иһә түҙемлек

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: