0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2021, 00:05

Онотолмаҫ оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Мостай Кәримде иҫкә алып

Онотолмаҫ оҙон-оҙаҡ бала саҡ
Онотолмаҫ оҙон-оҙаҡ бала саҡ

Мәктәп эскәмйәһенән үк уның ижады менән ныҡлы таныш булған халыҡ яҙыусыларының береһе ул  Мостай Кәрим.  “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы менән күптәрҙең күңеленә һеңеп ҡалған  әҙип. Был повесты мәктәп йылдарында бер нисә тапҡыр уҡыған булһам да, күптән түгел йәнә бер ҡулыма алдым. Һис ялҡытмай торған, бер тында уҡылған әҫәр хаҡында яңы кисерештәр тыуҙы. Бала саҡта бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөтөлгән.

Ғөмүмән, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡығанда блокнот менән ручка алып ултырырға ғәҙәтләнгәнмен. Уның аҡыллы фекерҙәрен, алтынға тиң һүҙҙәрен яҙып ала барам. Аҡҡа ҡара менән яҙылған был һүҙҙәрҙә ысынбарлыҡ ярылып ята. Үҙең өсөн күп нимәне асаһың. Шуның өсөн дә ҡат-ҡат уҡыһаң да ялҡытмай уның китаптары.

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: