Беҙ студент саҡта Өфөгә Боҙаяҙ аша йөрөй торғайныҡ. Дәүләкән аша йөрөүгә ҡарағанда, бынан күпкә яйлыраҡ һәм тиҙерәк. Әйтәйек, Дәүләкәнгә килергә – бер сәғәт, унан ике сәғәт электричкала һелкенеп барырға кәрәк була торғайны. Ә Боҙаяҙға сыҡтыңмы – һин бер сәғәт эсендә тейешле урында булаһың. Юл да бер нисә километрға ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Шуға милли проект ярҙамында Боҙаяҙ юлына ремонт яһалыуы дәүләкәндәрҙең күпселеге өсөн һөйөнөслө яңылыҡ булды. Ысынлап та, туҡтауһыҙ транспорт ағымынан бында юлдар бөтөнләй соҡорланып, таушалып бөткәйне.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡырмыҫҡалы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты аҡсаһына “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте биш километрлыҡ Булгаков – Боҙаяҙ автомобиль юлын тулыһынса төҙөкләндергән.
Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы юлсылары өҫкө асфальт-бетон япмаһын түшәгән, юл ситен тигеҙләгән. Төп эш тамамланғандан һуң, юл билдәләре ҡуйылған, тамғалар һалынған.