+23 °С
Облачно


Ил Хөкүмәте Рәсәй Президенты Владимир Путинға шундай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, Президент был тәҡдимде ҡабул итте. Шул айҡанлы, Башҡортостан халҡы 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итәсәк. Күптәр быны хупланы, беренсенән был көҙгө каникул көндәрендә балалар менән бергә булырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ байрам көндәрендә сирҙең таралыуына булышлыҡ итмәҫ өсөн ғаиләң менән өйҙә генә булырға уңайлы.
Ковидҡа бәйле хәл республикабыҙҙа тотороҡло ҡала килһә лә, һаҡланғанды хоҙай һаҡлармын тигән бит.