+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2021, 01:05

Конкурста ҡатнашығыҙ

Грант оторға теләһәң...

Конкурста ҡатнашығыҙ
Конкурста ҡатнашығыҙ

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың социаль йүнселдәр реестрына индерелгән субъекттарына субсидиялар рәүешендә гранттар алыу өсөн документтар ҡабул ителә.

Конкурс, 2021 йылдың 31 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған 429-сы Ҡарарына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың социаль йүнселдәр реестрына индерелгән субъекттарға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар рәүешендә гранттар биреү тәртибенә ярашлы үткәрелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Ғаризалар 2021 йылдың 18 октябренән 16 ноябргә тиклем көн һайын түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95-се йорт,  342-се бүлмә. 13 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем – тәнәфес. Белешмәләр өсөн телефон: +7(347)218-08-26;  электрон почта адресы: [email protected]

Тағы ла ентеклерәк республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтында таныша алаһығыҙ: https://biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/401341/

 

 

Автор:
Читайте нас: