+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Октябрь 2021, 17:30

Иҫәп алыу – тиҙ һәм хәүефһеҙ

Ауыл халҡы иҫәп алыу ҡағыҙындағы һорауҙарға ихлас яуап бирә.

Иҫәп алыу – тиҙ һәм хәүефһеҙ
Иҫәп алыу – тиҙ һәм хәүефһеҙ

Мәкәш ауылынан иҫәп алыусы Гөлсәсәк Сәлимгәрәева һөйләй:

Минең йөрөп сығырға тейешле  участкаға Мәкәш, Ахун, Горчаки, Красная Поляна ауылдары инә. Был 345 йорт хужалығы тигән һүҙ.  Миңә ошо ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һәр береһе иҫәп алыуҙа ҡатнашыуы мөһим. Шулай булһын тип тырышам да.

 Ауыл халҡы иҫәп алыу ҡағыҙындағы һорауҙарға ихлас яуап бирә. Берәүҙең дә кире борорп сығарғаны юҡ, кешеләр ыңғай ҡарай, айырыуса милләтенең дөрөҫ яҙылыуына иғтибар итә. Был бик дөрөҫ. Минеңсә,  беҙ республикабыҙҙа  милләттәрҙең  аҙ һанлымы, күп һанлымы икәнлеген белергә һәм Башҡортостан халыҡтарының һаҡланып ҡалыуы өсөн саралар күрергә тейешбеҙ.

Беҙҙә кешеләр яғымлы, алсаҡ, йылмайып ҡаршы алалар, уларҙан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алып сығаһың. Гөлшат Саматова, мәҫәлән, урындағы хакимиәттә оҙаҡ йылдар эштәргә идара итеүсе булып эшләне, ауылдың ветерандар ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Әүҙем тормош позицияһы булған  һәм ижади кеше, район гәзитенә мәҡәләләр һәм шиғырҙар яҙып тора. Ул бөтә һорауҙарға ла ихлас яуап бирҙе. Респонденттар менән саф һауала аралашырға тырышам, был уларҙың сәләмәтлеге өсөн хәүефһеҙерәк.Һаҡлыҡ сараларын теүәл күҙәтәм, битлек кейәм, дезинфекциялаусы саралар ҡулланам, дистанция һаҡлайым. Күпселек өлкән йәштәгеләр, шуға уларға һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға кәрәк.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: