Был көндәр өсөн хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ла һаҡлана тип белдерелде. Ни өсөн ошондай саралар ҡабул ителә һуң? Коронавирус инфекцияһы менән ауырыу буйынса хәл айырыуса киҫкен торған төбәктәрҙә 23 октябрҙән үк ял көндәре тип иғлан ителде.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү буйынса республика оперштабының Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышында дөйөм Рәсәй буйынса иғлан ителгәненән тыш өҫтәмә ял көндәре иғлан ителмәне. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала хәл ҡатмарлы, әммә тотороҡло.
Иҡтисадҡа һиҙелерлек зыян килтергән ял көндәре граждандар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшһөн, сауҙа үҙәктәренә, башҡа ял итеү урындарына барһын өсөн бирелмәй. Был ҡурҡыныс инфекцияның таралыу сылбырын өҙөү, һуңғы ваҡытта йәнә тулы ҡеүәтенә эшләй башлаған дауалау учреждениеларына көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында эшләнә.
Врачтар дауаханаларҙың “ҡыҙыл зоналары“ сирлеләр менән тулы булыуын, карауаттарҙың етешмәүен һәм башҡа сир менән ауырыусы пациенттарҙы зарарлауға юл ҡуймаҫ өсөн планлы дауалауҙы ҡалдырып торорға тура килеүен белдерә. Медицина хеҙмәткәрҙәре үткән йылдағы пандемия осорондағы кеүек үк бар көсөнә эшләй. Һуңғы арала коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙан һәм уның ауыр эҙемтәләренән вафат булыусылар һаны һиҙелерлек артты. Быға тағы ла көҙгө һыуыҡтар башланыу айҡанлы һыуыҡ тейҙереү һәм киҙеү өҫтәлә.
Былар бөтәһе йәмғиәттә коронавирустың таралыуына ҡаршы тороу өсөн саралар күреүгә саҡырылған. Үҙеңдең сәләмәтлегеңде, яҡындарыңдың именлеген һаҡлап ҡалыу өсөн оҙайлы ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрегеҙ, балаларығыҙҙың мауығыуҙары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Берәй мауыҡтырғыс эш менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә яҡшы булыр, өлкән йәштәге яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ.