-10 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Октябрь 2021, 17:20

Әүҙем ҡатнашырға саҡырам

Милләт яҙмышы өсөн борсолоп...

Әүҙем ҡатнашырға саҡырам
Әүҙем ҡатнашырға саҡырам

 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булараҡ, милләткә ҡағылышлы һорауҙарға айырыуса иғтибар итергә теләйем. Халыҡ иҫәбен алыу биттәрендә бындай һорауҙар икәү, улар үткән кампанияла ла булғайны. Тәүгеһе - “Һеҙ ниндәй милләттән?” Әлбиттә, күптәрҙең был һорауға яуабы әҙер. Мәҫәлән, минең ғаиләмдә - барыһы ла башҡорттар һәм улар башҡорт тип яҙыла. Милләткә ҡағылышлы икенсе һорау иһә былай яңғырай: “Һеҙ ниндәй телде туған тел тип иҫәпләйһегеҙ?“ Миҫал өсөн, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорт тип яҙылған кешеләрҙең 75 проценты ғына башҡорт телен туған тел тип билдәләгән. Был нимә менән бәйле һуң? Ҡайһы берәүҙәр туған телде көндәлек аралашыу сараһы тип аңлай һәм телде насарыраҡ белгән йәки бөтөнләй белмәгән башҡорттар туған тел тип башҡа телдәрҙе күрһәтә. Ә бит уйлап ҡараһаң, был төшөнсәнең тамырында “туған” һүҙе ята. Һинең яҡындарыңдың, ата-бабаларыңдың теле ниндәй булған? Ниндәй һөйләш һине тамырҙарың менән бәйләп тора? Был – атай-әсәйеңдең, олатайҙарыңдың теле, тимәк, был – туған телең. Был тема һәр кем өсөн мөһим, сөнки беҙгә илдә нисә милләт йәшәгәнлеген, уларҙың һанын белеү мөһим. Милли мәктәптәрҙең, әсбаптарҙың нисбәте, туған телдәрҙе уҡытасаҡ педагогтарҙың һаны – былар барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә бәйле, шуға ла һорауҙарға мөмкин тиклем теүәл яуап бирергә кәрәк. Бер үк ваҡытта ошо мәғлүмәттәр – халыҡтың социаль-демографик портреты ла. Теге йәки был милләт вәкилдәренең һаны тураһында мәғлүмәт уның кәмеү йәки үҫеш динамикаһын белеү, яҡлау сараларын күреү өсөн дә кәрәк. Шуға күрә лә барығыҙҙы ла халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, -  тине үҙенең интервьюһында Бөтә донъя  башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас