+28 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
28 Октября 2021, 07:35

Йәниҫәп эшләп йөрөүселәр өсөн генә түгел,

йёш ғаиләләр өсөн дә мөһим

Йәниҫәп эшләп йөрөүселәр өсөн генә түгел,Йәниҫәп эшләп йөрөүселәр өсөн генә түгел,
Йәниҫәп эшләп йөрөүселәр өсөн генә түгел,

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, сөнки бланктағы һорауҙар араһында торлаҡҡа ҡағылышлылары ла бар, ә был социаль тотороҡлолоҡ, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн нигеҙ булып тора.

Һуңғы тиҫтә йыл эсендә  ауылдарҙа йәш ғаиләләр матур-матур йорттар төҙөй башланы. Өйҙәренә инһәң, ҡаланыҡыларҙан һис ҡалышмайҙар – бөтә уңайлыҡтары бар. Уларҙың күбеһе әсәлек капиталы аҡсаларын  төҙөлөшкә тотонған.

«Йорт төҙөгәндә дәүләт ярҙамы һиҙелерлек булды, Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт. Ер участкаһы алып, стеналарын күтәреп ҡуйғайныҡ инде. Өсөнсө улыбыҙ тыуғас бирелгән әсәлек капиталы артабан эштәрҙе дауам итергә этәргес булды. Йылы иҙән түшәнек, балалар рәхәтләнеп иҙәндә уйнай, һалҡын алдыралар тип борсолаһы юҡ», - тиҙәр таныштарым Альбина һәм Әнүәр. Ысынлап та, йәштәр бынамын тигән йорт һалып сыҡҡан. Дөрөҫ, һыу әлегә ишек алдында, киләһе йәйгә өйгә үткәрмәкселәр. Бынан алда үткәрелгән иҫәп алыу мәлендә  улар кеше фатирын ҡуртымға алып йәшәп ятҡан булһа, әле инде йәш ғаилә иҫәп алыусыны үҙ йорттарында ҡаршыланы.

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас