Иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ, - ти Дәүләкән районында иҫәп алыу мәсьәләләре буйынса уполномоченный Зөлфиә Кәримова. – Иҫәп алыусыларҙың барыһы ла ковидҡа ҡаршы сараларҙы теүәл күҙәтә: битлек, бирсәткә кейә, ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн дезинфекциялаусы саралар йөрөтә. Һеҙ иҫәп алыусыны йортоғоҙға индермәһәгеҙ ҙә була, тупһала ғына тороп та һорауҙарға яуап бирергә мөмкин, шулай уҡ ишек алдына, ҡапҡа төбөнә сығырға була. Иҫәп алыусы һеҙҙең паспортығыҙҙы, башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе һорамай, яуаптарҙың дөрөҫлөгөн раҫлауҙы талап итмәй, иҫәп алыуҙы СМС-хәбәр ярҙамында үтергә йәиһә телефондан ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт ебәреүҙе үтенмәй. Уның ҡарауы һеҙ үҙегеҙ иҫәп алыусынан рәсми таныҡлығын күрһәтеүен талап итә алаһығыҙ. Тағы ла уның планшеты бар, сөнки анкетаны тултырыу цифрлы форматта ғына алып барыла.
Иҫәп алыу анкетаһында табыш кимәле, фатирҙың кемдеке булыуына ҡағылышлы һорауҙар юҡ, башҡа сетерекле темалар сағылдырылмай. Иҫәп алыу кампанияһы өсөн ошо ысул менән генә белеп була торған мәғлүмәттәр тупланыуы менән мөһим. Был – милләт, телде белеү, белем, никах, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары. Бөтә был мәғлүмәттәрҙе һеҙ әйткәндәрҙән генә теркәлә, уларҙы берәү ҙә тикшереп йөрөмәй.
Иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса дәүләт ҡайһы төбәктә граждандар тормошоноң ниндәй өлкәһенә ярҙам һәм үҫеш кәрәклеген билдәләй. Мәҫәлән, үткән иҫәп алыу йомғаҡтары йәшәү өсөн шарттар булмау сәбәпле, халыҡтың күпләп ауылдан китеүен асыҡланы. Шул айҡанлы «Земский доктор», ауыл ипотекаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеү махсус программалар индерелде, газ индереү тиҙләтелде. Былар бөтәһе йәштәр ауылда төпләнһен өсөн шарттар булдырыуға ҡоролған.