+31 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
1 Ноября 2021, 09:50

Халыҡ һынамышы нимә ти?

Бөгөн ноябрҙең беренсе көнө, ә тышта шул тиклем йылы һәм ҡояшлы

Халыҡ һынамышы нимә ти?Халыҡ һынамышы нимә ти?
Халыҡ һынамышы нимә ти?

Боронғолар киләһе йылдың уңышын, йәйҙең, ҡыштың нисек килерен һауа торошона ҡарап билдәләгән. Бөгөн көҙҙөң һуңғы айының беренсе көнө, ә ноябрь айы тип әйтерлек тә түгел. Тышта шул тиклем рәхәт, ҡояш балҡып тора, наҙлы ғына итеп йылы ел иҫә.
Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, 1 ноябрь йылы булһа, ҡыш йылы килә тиелгән. Беҙ быйылғы йәйҙең эҫелегенә ҡарап, ҡыш та шулай һыуыҡ булыр инде тип үҙебеҙсә һығымта ла яһап ҡуйҙыҡ. Ә бына халыҡ һынамышы башҡаса әйтә. Халыҡ әйткән тура килерме, юҡмы, быныһын иде ҡыш үҙе күрһәтер.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас