Дәүләкәндә Пролетар һәм Ворошилов урамдарын тоташтырған Мораҙым йылғаһы аша күперҙе нығытыу эштәре тамамланды. Ремонт Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы нигеҙендә урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә яһалды.
Мәғлүм булыуынса, күпер йөҙ йылдан ашыу элек һалынған һәм бер нисә тапҡыр төҙөкләндерелгән. Әммә был юлы автомобилдәр хәүефһеҙ йөрөһөн өсөн ҡоролманы тотош нығытырға кәрәк ине. Яуаплы эште “Горкомсервис” муниципаль предприятиеһы белгестәре башҡарҙы. Әҙерлек этабында улар күперҙәге ҡоймаларҙы киҫеп алып, йәйәүлеләр юлын күсерҙе, төп конструкцияларҙы таҙартты, йылғаны тәрәнәйтте. Иҫке аркалы күперҙең ике яғына дүртәр рәт тимер-бетон блок һалып, металл өрлөктәр ҡуйҙылар, уларҙың өҫтөнә плитә түшәнеләр. Ҡоролманы белгестәр металл таяуҙар менән нығытты. Ә юлдың автомобилдәр йрөй торған өлөшөнә асфальт түшәлде.
Күпер йәнә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк әле.