

"Әлбиттә, сарала ҡатнашырғамы-юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Әммә шуныһы асыҡ: беҙҙең бөгөн ауыл-ҡалаларҙы, республикабыҙҙы, илде үҫтереүҙе нисек планлаштырыуыбыҙға күп нәмә бәйле. Ә был эште төбәгебеҙ халҡының күпме, ниндәй булыуын, уртаса йәше нисә икәнен, иҡтисади статусты аныҡ белгәндә генә атҡарырға мөмкин. Кәрәкле барлыҡ статистик күрһәткестәр асыҡланһа ғына, киләһе биш-ун йылға ғына түгел, алыҫ киләсәккә лә план төҙөргә мөмкин. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта тыуым кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Был цикл 1944 йылдан алып 24 йыл һайын ҡабатлана, сәбәбе ирҙәрҙең аҙайыуына бәйле. Теләйбеҙме-юҡмы, ошондай демографик хәл бер халыҡҡа ла ҡағылмай үтмәй", - тип һөйләне Салауат Сәғитов "Вся Уфа" телеканалына биргән интервьюһында.
Уның әйтеүенсә, тыуым кимәле буйынса алынған һандарға ҡарап, мәҫәлән, күпме мәктәп төҙөргә кәрәклеген, тиҙҙән нисә сабый балалар баҡсаһына барасағын күҙаллай аласаҡбыҙ.
"Иҫәп алыу күрһәткән тағы бер мөһим мәл - миллилекте раҫлау. Күп халыҡтар ҙур илебеҙҙең нигеҙендә торҙо, тора һәм торасаҡ та", - тине БДПУ ректоры.
Салауат Тәлғәт улы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан. "Кем булып тыуғанмын - шулай яҙылдым: милләтем, телем - башҡорт тип", - тине ул.
Сығанаҡ: ufaved.info