+2 °С
Болотло
Уларҙы һеҙгә "Башҡортостан" киностудияһы тәҡдим итә. Унда бөтә йәш категориялары өсөн дә фильмдар бар. Әйтәйек, республиканың мәҙәниәт һарайҙарында улар мәктәп уҡыусыларына ла, өлкәнерәк быуын тамашасыларына ла күрһәтелде.
Әйтәйек, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнһә лә, "Һеңлекәш" фильмын урта йәштәгеләр ҙа мөкиббән китеп ҡарай. Берҙән, унда - тарихи ысынбарлыҡ, икенсенән дуҫлыҡ, ярҙамға килеү төшөнсәләре айырым-асыҡ сағылдырыла. Ҡыҫҡа метражлы ошондай фильмдарҙы ҡарауы ла еңел.
Әле, бер аҙналыҡ ял иғлан ителгәндә, өйҙә күмәкләшеп башҡорт телендә йәнһүрәттәр, кинофильмдар ҡарау балаларға үҙебеҙҙең башҡорт актерҙарының кинола төшөүен асыҡ белергә булышлыҡ итәсәк.