+2 °С
Болотло
Планда ҡаралған сараларҙың береһе лә кисектерелмәне. Концерттарға, төрлө күргәҙмәләргә барырға мөмкин, бары тик QR-код һәм һуңғы алты айҙа ковид менән ауырығанлыҡты раҫлаусы белешмәне күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
Шулай уҡ интернет аша ла "Башҡортостан" киностудияһы тәҡдим иткән кинофильмдар, балалар өсөн йәнһүрәттәр, концерт залдарындағы сығыштарҙы ҡарарға була. Дөйөм алғанда, өйҙә күңелһеҙләнеп ултырырға форсат юҡ, мәҙәниәт, сәнғәт учреждениелары һеҙҙең өсөн эшләй.