– Халыҡ иҫәбен алыу – мөһим кампанияларҙың береһе. Башта уҡ имеш-мимештәрҙе инҡар итеп үтәм. Халыҡ араһында Хөкүмәт беҙҙе һанап сығара ла тағы һалым өҫтәй, сүп-сар өсөн түләү арта һәм башҡа имеш-мимештәр күп йөрөй. Былар бөтөнләй дөрөҫ түгел. Иҫәп һалыу – ул йәмғиәттең үҙгәрешен күрһәтә. Йәмғиәттең нисек үҫешен, динамикаһын, халыҡ һанының артыуын йә иһә кәмеүен, ниндәй төбәктәрҙә кешеләр нисек йәшәүен, ниндәй белем алыуын, нисә йәшкә тиклем йәшәүен күрһәтә, уртаса йәш кимәлен һанап сығаралар. Бының әһәмиәте бик ҙур. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ла, башҡа илдәр ҙә иҫәп алыуға етди иғтибар бирә. Был бик кәрәкле сараларҙың береһе. Ни өсөн тигәндә, ошо иҫәп алыу менән беҙ алдағы йәмғиәттең үҫешен күҙаллайбыҙ, ниндәйҙер прогноздар эшләйбеҙ, яңы социаль программалар ҡабул итәбеҙ. Миҫал өсөн халыҡ араһында киң таралған программа – "Әсәлек капиталына" туҡталып үтәм. Социологтар 2002 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәрен алғандан һуң тыуымдың кәмеүен билдәләне. Ошоларҙы иҫәпкә алып, дәүләт "Әсәлек капиталы" программаһын ҡабул итте. Ошолар – йәниҫәп һөҙөмтәһе. Был, тәү сиратта, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҡайтып ҡалған мөһим эш. Халыҡ – илдең төп байлығы. Әгәр халыҡ етеш йәшәй икән – тимәк, ил дә ныҡ, тигән һүҙ. Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы илдең милли составын асыҡларға, милли сәйәсәт йүнәлешендә ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә. Тап шуның өсөн дә милләттәштәребеҙ йәниҫәп алыуҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш, - ти Йәниҫәптең әһәмиәте тураһында философия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Гүзәлиә Әсәҙуллина.