+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ноябрь 2021, 12:40

«Кешеләр аңлы ҡарай»

Дәүләт әһәмиәтендәге ваҡиғанан ситтә ҡалаһым килмәне, - ти Гүзәл

«Кешеләр аңлы ҡарай»
«Кешеләр аңлы ҡарай»

Алдан махсус  әҙерлек үткән һәм был эшкә яраҡлылыҡҡа тест тапшырған иҫәп алыусылар халыҡтан мәғлүмәт йыйыуҙарын дауам итә.

Иҫәп алыусылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән хужалыҡтарҙы үтергә тейеш, улар барыһы ла халыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙе планшетҡа индерә белә, — тип һөйләй  Дәүләкән ҡалаһының Төҙөлөш урамында иҫәп алып йөрөүсе Гүзәр Әнүәр ҡыҙы. – Шәхсән үҙем сауҙа селтәрендә эшләйем, шуға киске сәғәт алтынан һуң йорттар буйлап  иҫәп алырға сығам. Был ваҡыт минең өсөн уңайлы, сөнки күпселек кешеләр эштән ҡайтҡан була.  Әлегә бер ҡаршылыҡҡа ла осрағаным юҡ, халыҡ мөһим кампанияға ыңғай ҡарай.  Миңә өс йөҙләп самаһы йорт хужалығын үтергә кәрәк. Теләге булғандар иҫәп алыу участкаһына барып та үҙе тураһында мәғлүмәт бирә ала. Минең участкамда район Мәҙәниәт йортона барып мәғлүмәттәр биреүселәр бар. Улар беҙгә иҫәп алыу участкаларында  бирелгән махсус кодтарын күрһәтә. Мәғлүмәттәр алғанда беҙ кешеләрҙән шәхесте раҫлаусы ниндәйҙер документ талап итмәйбеҙ, барыһын да уларҙың әйткәндәренән сығып теркәйбеҙ.

Дәүләт әһәмиәтендәге ваҡиғанан ситтә ҡалаһым килмәне, - ти Гүзәл, - шуға шәхсән үҙем кешеләрҙән мәғлүмәт йыйып, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, ошо кампанияға өлөшөмдө индерәһем килде.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: