Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова, «Асылыкүл»-«Балҡантау» район гәзитенең элекке хеҙмәткәре:
«Халыҡ иҫәбен алыу – илебеҙҙең киләсәген төҙөүгә индерелгән ябай ҙа, әммә бер үк ваҡытта мөһим дә өлөш, тип иҫәпләйем. Был сараны һанлы технологиялар ярҙамында үткәреү мөмкинлеге быйылғы иҫәп алыуҙың айырым үҙенсәлеге булып тора. Һәр иҫәп алыусының планшеттары бар, кешеләр кем килгәнлеген белеп торһон өсөн, улар махсус кейемдәр кейгән. Иҫәп алыусыларҙы йорттарына индерергә ҡурҡҡандар өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында иҫәпкә алыныу мөмкинлеге лә ҡаралған. Был - пандемия шарттарында айырыуса уңайлы ысул, тип уйлайым. Иҫәпкә алыуҙы тәүгеләрҙән булып үттем. Иҫәп алыусылар йортобоҙға килде. Сара барышында һорауҙарҙың ентекләп төҙөлөүенә иғтибар иттем: шәхси мәғлүмәттәр бик аҙ, шул уҡ ваҡытта улар ғалимдар тарафынан өйрәнеү өсөн бик бай материал. Уҙған йылдарҙағы иҫәп алыуҙарҙа булған енескә, йәшкә, гражданлыҡҡа, туған телгә, ниндәй милләттән булыуға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы төп һорауҙар әле лә бар. Шул уҡ ваҡыта, яңылары ла өҫтәлгән, сөнки тормош бер урында ғына тормай, алға бара. Мәҫәлән, иҫәп алыусылар, халыҡтың мәшғүллеге тураһында мәғлүмәт тулы булһын өсөн, уларҙың йәшәү өсөн ниндәй сығанаҡтарҙан (хеҙмәт хаҡы, эшҡыуарлыҡ йәки үҙмәшғүллектән алынған килемдәр, үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек, пенсия, стипендия) файҙаланыуы хаҡында ла һорау бирәсәк. Был - элекке йылдарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыуҙар һөҙөмтәләрен сағыштырып ҡарау мөмкинлеге, шуға һәр кем иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашырға һәм үҙ фекерен белдерергә тейеш, тип иҫәпләйем».
Альберт Рәүеф улы Вәлиуллин, БР Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе:
«Беҙҙең ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһы кеүек үк, минең өсөн дә халыҡ иҫәбен алыу мөһим ваҡиға булып тора. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илебеҙҙең иҡтисади сәйәсәтендәге киләсәк үҙгәрештәрҙе күҙаллау өсөн кәрәк. Унда алынған мәғлүмәттәр стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү, төбәктәрҙең демографик, иҡтисади һәм социаль программаларын төҙөү, төрлө объекттарҙы, юлдарҙы, газ үткәргестәрен артабан үҫтереү өсөн файҙаланыла. Быйыл беҙ иҫәп алыу процедураһын «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында үҙаллы үттек. Был ысул иң уңайлыһы, тип уйлайым, сөнки интернетҡа сығыу мөмкинлеге менән гаджеты булған һәр кем үҙе өсөн теләһә ҡайһы уңайлы урында, тәүлектең үҙенә уңайлы теләһә ҡайһы ваҡытында иҫәпкә алыу үтә ала. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу социаль өлкәлә лә проблемаларҙы асыҡларға ярҙам итә. Был уларҙы хәл итеү өсөн файҙаланылырға тейеш, тип иҫәпләйем».
Салауат Минефәрит улы Хисаметдинов, Алға ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы:
«Халыҡ иҫәбен алыу – халыҡтың һаны, милләте, граждандарҙың ниндәй телдә һөйләшеүе һәм белем кимәлен күрһәткән берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы. Был мәғлүмәттәр бер генә ведомствола ла иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, милләт тураһындағы графа паспорттарҙа күптән бөтөрөлдө, шулай уҡ никахҡа инеү һәм айырылышыуҙар һаны ла ысынбарлыҡта күпме кешенең ғаиләле, айырылған булыуын, тол ҡалғанлығын күрһәтмәй. Аныҡ мәғлүмәттәргә эйә булған дәүләт органдары төрлө кимәлдәге бюджеттарҙы сифатлыраҡ итеп планлаштыра аласаҡ. Был инде төрлө социаль проекттарҙы ҡарағанда һәм улар буйынса ҡарарҙар ҡабул иткәндә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, иҫәп алыу урындағы төп халыҡтың телен, уның тарихын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалдырырға ла ярҙам итәсәк, тип иҫәпләйем. Ә был иһә хәҙерге ваҡытта айырыуса мөһим, сөнки үҙенең үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ.
Әлбиттә, иҫәп алыусыға дөрөҫлөккә тап килгән яуаптар бирергә кәрәк. Кешеләр һанын белеү – бурыстың бер өлөшө генә. Дәүләт өсөн милләт, туған тел, никахҡа инеү һәм айырылышыуҙар һаны, килем сығанағы кеүек башҡа критерийҙар ҙа мөһим. Бынан тыш, алынған мәғлүмәттәр уҙған йылдар демографияһын анализларға мөмкинлек бирәсәк. Уларҙан сығып, киләсәккә пландар төҙөләсәк. Әгәр кешеләр үҙҙәре, алған белемдәре, ғаилә хәлдәре, йәшәү шарттары тураһында дөрөҫөн һөйләһә, хөкүмәттә халыҡҡа ниндәй ярҙам программалары кәрәклеге ҡаралыр тип күҙаллана. Киреһенсә булһа, был һуңғы һөҙөмтәлә лә сағылыш тапмай ҡалмаясаҡ. Шуға, бөтәһен дә иҫәп алыуҙа әүҙем ҡатнашырға һәм бөтә һорауҙарға ла дөрөҫлөккә тап килгән яуаптар бирергә саҡырам. Ә беҙҙең ауыл биләмәһендә йәшәүселәр был сараның мөһимлеген яҡшы аңлай, унда әүҙем ҡатнаша. Алға ауыл Советында халыҡ иҫәбен алыу аҙағына яҡынлаша».
Әхәт Минебай улы Хәбиәхмәтов, Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы:
«Халыҡ иҫәбен алыу – беҙҙең район, республика, тотош алғанда, Рәсәй Федерацияһы өсөн мөһим ваҡиға. Унда ҡатнашыу бөтәһенә, шул иҫәптән республикала төп халыҡтың береһе булған башҡорттарға мәртәбәлек, абруй өҫтәй, үҙе тураһында донъяға белгертергә, киләсәге хаҡында уйларға ярҙам итә, тип иҫәпләйем, сөнки архив материалдарынан күренеүенсә, халыҡ иҫәбен алыуҙар үткән быуаттарҙан уҡ уҙғарылып килгән.
Бөгөнгө һанлы технологиялар, глобалләштереү заманында был сара айырыуса башҡорт халҡы өсөн мөһим, сөнки телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ иҫәп алыу һөҙөмтәләре нигеҙендә төбәктәрҙең бюджеты,ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәге, инфраструктураларҙы үҫтереү, кешеләрҙең тормошон, уларҙың именлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән федераль программалар билдәләнә, сөнки кешеләр һаны ни тиклем күберәк булһа, дәүләт ярҙамы ла шул тиклем күберәк буласаҡ. Иҫәп алыуҙар ауыл биләмәләрендәге төрлө факттарҙы: ФАП-тарҙың барлығын-юҡлығын, бөтә урындарҙа ла мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының етеүен-етмәүен, өҫтәмә социаль ярҙамға мохтаж кешеләрҙең күпме икәлеген асыҡларға ярҙамлаша. Шуға районда йәшәүселәрҙең һәр ҡайһыһы, беҙҙең биләмә кешеләре кеүек үк, был мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашыр, тип ышанам».