+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ноябрь 2021, 12:40

"Үҙ милләтем менән ғорурланам!"

Дүртөйлө һәм Илеш райондарында борондан башҡорттар йәшәй.Тулы текст сайтта:

"Үҙ милләтем менән ғорурланам!"
"Үҙ милләтем менән ғорурланам!"

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа республикабыҙҙың билдәле кешеләре лә әүҙем ҡатнаша. Актер, йырсы, Башҡортостан Республикаһының, Татарстан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Фидан Ғафаров та был сарала ҡатнашып, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.  

– Мин Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуып үҫтем. Дүртөйлө һәм Илеш райондарында борондан башҡорттар йәшәй. Башҡорт булғас, үҙ милләтең менән ғорурлан!

Әлбиттә, халыҡ иҫәбен алыу иҡтисад өсөн дә, ҡуйылған пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дә кәрәк, – тип белдерҙе Фидан Сафа улы.

Ә һеҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбендә ҡатнаштығыҙмы? Ҡатнашып өлгөрмәгән булһағыҙ, әле лә һуң түгел. Сарала ҡатнашыуҙың өс төрө бар: “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Күп функциялы үҙәк офистарында йәки иҫәп алыу участкаларына барып һәм өйөгөҙгә килгән иҫәпкә алыусы ярҙамында гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәй алаһығыҙ.

Фото: gorsovet-ufa.ru

#Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи #ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Автор:Рәмилә Мусина.
Автор: "Башҡортостан" гәзите
Читайте нас