0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ноябрь 2021, 15:55

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу нисек уҙған?

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу нисек уҙыуы тураһында киләһе материалда.

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу нисек уҙған?
Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу нисек уҙған?

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу нисек уҙған?

  1. Ойошҡан рәүештә.

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарылған. Республика был сарала - алдынғылар иҫәбендә. Был турала Рәсәй Президентының Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә Росстат башлығы Павел Малков хәбәр иткән. Халыҡ иҫәбен алыуға Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 7432 иҫәпсе, 1235 контролер йәлеп ителгән.

  1. Объектив рәүештә.

Иҫәп алыу кешеләр һүҙенән алып барылған, бер кем дә нисек яуап бирергә кәрәклеген әйтеп, өйрәтеп тормаған. Яуаптар тураһында уйларға ваҡыт етерлек булды. Иҫәп алыу элекке кеүек ун көн түгел, ә тотош бер ай дауам итте.

  1. Иҫәп алыу форматтары.

Ул иҫәп алыуҙа һанлы технологиялар ҡулланылыуы менән тарихҡа инеп ҡалды. Мәғлүмәттәр планшеттарҙа теркәлде. Кешеләр үҙҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ла индерә алды. Шулай уҡ стационар иҫәп алыу участкалары ла эшләне. Шул уҡ ваҡытта иҫәп алыусылар кешеләрҙең йорттарына ла барҙы.

  1. Иҫәп алыу йәмәғәтселектең ентекле күҙәтеүе аҫтында алып барылды. П. Малков әйтеүенсә, Росстаттың «ҡыҙыу линияһы»на 70 меңдән ашыу шылтыратыу килгән. Башҡортостанда хәлде контролдә тотоу һәм мониторинг уҙғарыу өсөн төркөм булдырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет ағзаһы Заһир Хәкимов әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен алыуҙа мониторинг уҙғарыу төркөмө эшләгән осорҙа бөтәһе 17 шылтыратыу ҡабул ителгән. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек мәғлүмәти юҫыҡта булған. Кешеләрҙе ҡайҙа иҫәп алыу үтергә мөмкин икәнлеге, бер урында теркәлеп, икенсе ерҙә йәшәгәндә нимә эшләргә, иҫәп алыусы теркәгән мәғлүмәттәрҙе яңынан тикшерәсәктәрме тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындырған. Уларҙың бөтәһенә лә ентекле яуаптар бирелгән. Иҫәп алыусылар тарафынан граждандар хоҡуҡтарының боҙолоуы тураһында хәбәрҙәр теркәлмәгән. Быларҙың барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу кешеләр өсөн уңайлы шарттарҙа үтһен өсөн республикала бөтәһе лә эшләнеүен күрһәтә.
  2. 2021 йылдың 9 ноябренә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы,

Башҡортостан Мәскәү һәм Ростов өлкәләренән ҡала халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса өсөнсө урында. Был турала 15 ноябрҙә видеоконферения системаһында ойошторолған Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдергән.

Ул киң мәғлүмәт сараларының да иҫәп алыуҙа әүҙемлеген билдәләп үткән. 2021 йылдың 9 ноябренә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, киң мәғлүмәт сараларында иҫәп алыу барышын яҡтыртыусы хәбәрҙәр һаны буйынса Башҡортостан - Рәсәйҙә өсөнсө урында.  

  1. Иҫәп алыуҙың төп геройҙары.

Иҫәп алыусыларҙың эшен айырым билдәләп үтке килә. Шулай уҡ Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, иҫәп алыусылар коронавирус пандемияһына бәйле еңел булмаған шарттарҙа эшләгән, әммә үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙың бөтәһен дә намыҫлы башҡарған. Бер нисә мең иҫәп алыусы көн һайын һәр йортҡа, һәр фатирға барған.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров та иҫәп алыусыларҙың эшенә яҡшы баһа биргән һәм иң яҡшы, иң әүҙем иҫәп алыусыларҙы бүләкләйәсәктәре тураһында хәбәр иткән.

  1. Күпме ирекмән ҡатнашҡан, нисек эшләгәндәр, нимәлә ярҙамлашҡандар.

Ирекмәндәр эшенә лә баһа бирергә кәрәк.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 500-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашҡан.

Улар1 августан 30 сентябргә тиклем 2020.добро.рф порталында теркәлеү үткән. Республиканың һәр муниципаль берәмегендә ирекмәндәр корпустары булдырылған һәм яуаплы белгес билдәләнгән. Эш башлар алдынан ирекмәндәр штабтары етәкселәренәең бөтәһе лә үҙәкләштерелгән онлайн-уҡыуҙар үткән.

Төбәктең ирекмәндәр корпусы 18 йәштән 50 йәшкәсә 500-ҙән ашыу кешене берләштергән. Улар иҫәп алыу участкаларында консультатив ярҙам күрһәткән, иҫәп алыуҙа нисек ҡатнашырға («Дәүләт хеҙмәттәре» порталы ярҙамында, иҫәп алыу участкаларында йәки Күп фукциялы үҙәктәрҙең эш станцияларында) мөмкин булыуы тураһында һөйләгән. Ирекмәндәр махсус кейем (иҫәп алыусының жилеты), ирекмәндәр таныҡлыҡтары һәм шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.

Дәүләкәндә лә «Изгелек эшлә»тигән ирекмәндәр ойошмаһы эшләне. Уның ирекмәндәре Күп функциялы үҙәктә торған компьютер ярҙамында үҙҙәренең шәхси яҙмаһынан кешеләргә иҫәпкә алынырға ярҙамлашты. Иҫәп алыу башланған көндә үк был стационар иҫәп алыу нөктәһендә 22 кеше (7 ир-егет, 15 ҡатын-ҡыҙ) иҫәп анкеталарын тултырған.

  1. Иҫәп алыу тамам, әммә статистика органдары алдында алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү бурысы тора. Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, һанлы технологиялар иҫәп алыуҙы күпкә тиҙерәк үткәреү мөмкинлеге биргән һәм был эште һиҙелерлек еңеләйткән. Тап улар менән эшләү һөҙөмтәһендә иҫәп алыуҙың тәүге йомғаҡтары – апрель айында, ә киләһе йыл аҙағында улар тулыһынса билдәле буласаҡ. Элек был эшкә өс-дүрт йыл ваҡыт талап ителгән.

Иҫәп алыуҙың тәүге йомғаҡтары апрелдә генә билдәле булһа ла, хәҙер үк инде ҡайһы район һәм ҡалаларҙа демография хәленең яҡшы тороуы, ҡайҙа халыҡ иҫәбенең артыуы тураһында һығымталар яһарға мөмкин. Был мәғлүмәттәрҙең бөтәһе лә идара итеү маҡсаттарын һәм бурыстарын формалаштырыу өсөн файҙаланыласаҡ.

Халыҡ иҫәбен алыуҙың ни тиклем мөһим икәнлеге тураһында күптәр уйланып та ҡарамай. Ә тап уның һөҙөмтәләре буйынса  дәүләт ҡайһы төбәктә  граждандар тормошоноң ниндәй  өлкәһенә ярҙам һәм үҫеш кәрәклеген билдәләй. Мәҫәлән, үткән иҫәп алыу йомғаҡтары йәшәү өсөн шарттар булмау сәбәпле, халыҡтың күпләп  ауылдан китеүен асыҡланы. Шул айҡанлы «Земский доктор», ауыл ипотекаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын тергеҙеү кеүек махсус программалар индерелде, газ үткәреү  тиҙләтелде. Былар бөтәһе  йәштәр ауылда төпләнһен өсөн   шарттар  булдырыуға ҡоролған. Шулай уҡ кешеләр биргән яуаптарҙан сығып, рәсәйлеләргә ярҙам итеүҙең төрлө федераль программалары төҙөлә. Әйтәйек, беҙҙең районда ла һуңғы бер нисә йылда ауылдар һиҙелерлек үҙгәреш кисерҙе. Уларҙа мәктәпкәсә төркөмдәр барлыҡҡа килә,  федераль бюджет иҫәбенә юлдарға асфальт түшәлә, яңы ФАП-тар төҙөлә һәм башҡа эштәр тормошҡа ашырыла.

Иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса шулай уҡ ғаиләләргә (шул иҫәптән күп балалы ғаиләләргә) ярҙам программалары ла формалаштырыла.

Бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡ иҫәбен алыу  киләсәктә граждандарҙың тормошон яҡшыртырға ярҙам итәсәк.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: