0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2021, 22:35

Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте

22 ноябрҙә «Асылыкүл» - «Балҡантау» хеҙмәткәрҙәре район гәзитенең тоғро уҡыусылары менән осрашып һөйләшеү өсөн Иҫке Мерәҫ ауылына барҙы.

Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте

Бынан ике йыл элек «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре «Подписчиктар көнө» уҙғарыуҙы матур йолаға әйләндереп ебәргәйне . Бындай байрамдар тәүгеләрҙән булып райондың төпкөл ауылдарының береһе иҫәпләнгән Ҡыҙрастан башланып киткәйне. Артабан редакция хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле программа менән Ивановка, Ҡаҙанғол ауылдарына барҙы. Тик уҙған йылда коронавирус инфекцияһына бәйле «Подписчиктар көнө»н уҙғарыу бер аҙға туҡталып торҙо.

Ниһайәт, 22 ноябрҙә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре был үҙенсәлекле йоланы ҡайтанан яңыртты һәм үҙенең тоғро гәзит уҡыусылары менән осрашып һөйләшеү өсөн Иҫке Мерәҫ ауылына барҙы. Ауылдың мәҙәниәт йортона 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар йыйылды. Пандемия сәбәпле бөтә хәүефһеҙлек саралары ла күҙәтелде: ингән урында ҡулдарҙы зарарһыҙландырыу өсөн махсус шыйыҡса ҡуйылды, тән температураһы үлсәнде, QR- кодтар тикшерелде, килеүселәрҙең бөтәһе лә битлектәрҙә ине.

Байрамды асып, гәзиттең баш мөхәррире  Татьяна Сәғәҙиева «районка»ның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һөйләп үтте, уның ҡаршыһында торған пландар менән уртаҡлашты һәм урындағы мабуғатҡа тоғро ҡалғандары өсөн подписчиктарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Байрамды ойоштороуҙа Иҫке Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гүзәлиә Хәбиәхмәтова, художество етәксеһе Гөлнур Яҡупова, китапханасы Нәғимә Ноғоманова, почтальон Юлай Ғәббәсов, ауылдың үҙешмәкәр артистары ҙур ярҙам күрһәтте. Сара төрлө конкурстар, уйын-көлкө, йыр-бейеү, викториналар менән аралашып барҙы, йыйылыусылар иғтибарына гәзиттең бынан 80, 60, 40, 30 йыл элек сыҡҡан һандары тәҡдим ителде. Улар гәзит уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ был көндө гәзиткә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн подписка ойошторолдо. Район гәзите тураһындағы һорауҙарҙан торған викторинала Минира Халиҡова еңеп сыҡты һәм редакция әҙерләгән бүләккә лайыҡ булды. Байрамда шулай уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһынан иң өлкәне (Шәмсиямал Ҡадирова) һәм иң йәше (Илдус Иҡсанов) билдәләп үтелде. Шәмсиямал Ҡадирова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Балҡантау»ҙан тыш тағы ла бер нисә республика баҫмаһына ла яҙыла икән. Ошоноң менән генә лә ул йәштәргә өлгө булып торорлоҡ.

Бөгөн яҙылыусылар араһында ла бүләк уйнатылып, уға, «районка»ға яҙылырға саҡырып, байрам барышында матур шиғыр һөйләгән Гөлфиә Солтаҡаева лайыҡ булды. Кисә һуңында ауылда йәшәүсе инәйҙәр һәм олатайҙар редакция хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүселәр һәм үҙешмәкәр артистар әҙерләгән сәй табыны артына йыйылды.  Бында ауыл кешеләре һәм нәшриәт йортонда хеҙмәт һалыусылар үҙ-ара әңгәмәләшеүҙәрен дауам итте. Ауыл халҡы гәзит биттәрендә ниндәй мәҡәләләр күрергә теләүҙәре тураһында фекерҙәрен ишеттерҙе, туған телдә сыҡҡан гәзиттән айырылмаясаҡтарын, уны һаҡлап ҡалыуҙың мөһим бурыс булыуын белдерҙе. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ветеринария врачы булып хеҙмәт һалған Минира Халиҡова «районка»ны - ауылға килен булып төшкәндән башлап, йәғни ярты быуатҡа яҡын, ә 43 йыл хеҙмәт стажы булған элеке уҡытыусы Миңлегөл Хәбиәхмәтова иһә  50 йылдан артыу алдырыуы тураһында һөйләне.  Ә гәзиттең иң тоғро уҡыусыларының береһе, 85 йәшлек Суфиян олатай Латипов : «Гәзитте 1961 йылдан башлап алдырам. Унан бына инде 60 йыл айырылғаным юҡ. Ошо ваҡыт эсендә редакция хеҙмәткәрҙәренең халыҡ эргәһенә килеп, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ойоштороп, улар өсөн байрам үткәргәндәрен тәүге тапҡыр күрәм.  Был - шатлыҡлы хәл.  Башҡортостанда йәшәп, төп телдә сыҡҡан нәшриәт баҫмабыҙҙы бөтөрөүгә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ, тип иҫәпләйем. Шуға йәштәрҙе, ауылдаштарымды уға яҙылырға өндәйем», - тине һәм яратҡан гәзитенә тағы ла оҙаҡ йылдар үҙенең уҡыусыларын ҡыуандырыуҙарын теләне.

Редакция ойошторған байрам бер тында, һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Гәзит уҡыусылар ҙа, «районка» хеҙмәткәрҙәре лә кисәнән ҡәнәғәт ҡалды һәм яҡшы кәйефтә таралышты. Бындай сараларҙың ни тиклем мөһим булыуына был көндө улар тағы бер тапҡыр инанды.

 

Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Иҫке Мерәҫтә «Подписчиктар көнө» үтте
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: