+22 °С
Ясна
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2021, 17:40

Юридик форум уҙасаҡ

9-10 декабрҙә Өфөлә VII дөйөм Рәсәй юридик форумын уҙғарыу күҙаллана

Юридик форум уҙасаҡЮридик форум уҙасаҡ
Юридик форум уҙасаҡ

Ойоштороусылар VII дөйөм Рәсәй “Заманса саҡырыуҙар дәүерендә хоҡуҡи системаны үҙгәртеп ҡороу” юридик форумында илебеҙҙең алдынғы юристары заманса шарттарҙа хоҡуҡи көйләү һәм юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре хаҡында фекер алышасаҡтары хаҡында белдерә. Ул Өфө ҡалаһының  "Торатау" Конгресс-холында һәм “Crowne Plaza” отеле майҙансыҡтарында үтәсәк.

Сара сиктәрендә Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе һәм уның ҡарамағындағы йәш юристар советы кәңәшмәһен уҙғарыу планлаштырыла. Ойошманың урындағы бүлексәләре рәйестәре өсөн семинар һәм “Legal Battle” интеллектуаль уйынын уҙғарырға ла йыйыналар.

Бынан тыш, бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант үткәреү күҙаллана. Ул онлайн-форматта ойошторласаҡ.

Форум йыл һайын бирелә торған “Йыл юрисы” премияһын тапшырыу менән тамамланасаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: VII Общероссийский юридический форум - Правительство Республики Башкортостан (pravitelstvorb.ru)

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас