-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Декабрь 2021, 15:30

Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште

Кисә, 30 ноябрҙә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре үҙенең тоғро гәзит уҡыусылары менән осрашып һөйләшеү өсөн Мәкәш ауылына барҙы

Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште

Бынан ике йыл элек «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре «Подписчиктар көнө» уҙғарыуҙы матур йолаға әйләндереүе, бай йөкмәткеле программа менән райондың Ҡыҙрас, Ивановка, Ҡаҙанғол ауылдарында булыуы, тик уҙған йылда коронавирус инфекцияһына бәйле был сараны уҙғарыу бер аҙға туҡталып тороуы, шулай уҡ был йоланы ҡайтанан тергеҙеп, уҙған аҙнала Иҫке Мерәҫкә барыуы тураһында яҙып үткәйнек инде.
Кисә, 30 ноябрҙә «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите хеҙмәткәрҙәре үҙенең тоғро гәзит уҡыусылары менән осрашып һөйләшеү өсөн Мәкәш ауылына барҙы. Ауылдың мәҙәниәт йортона 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыусылар йыйылды. Уның барышында коронавирус инфецияһына бәйле бөтә хәүефһеҙлек саралары ла күҙәтелде.

Байрам төрлө конкурстар, уйын-көлкө, йыр-бейеү, викториналар менән аралашып барҙы. «Подписчиктар көнө»н  ойоштороуҙа Мәкәш ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе  Гөлсәсәк Минегәрәй ҡыҙы Сәлимгәрәева, почта бүлексәһе начальнигы Миләүшә Кинйәбай ҡыҙы Әхмәрова, почтальондар Лилиә Басир ҡыҙы Мәжитова, Әлфизә Минебулат ҡыҙы Хәйруллина һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Мөнирә  Фәрхетдин ҡыҙы Моратшина, Рәшиҙә Шәһәрйәр ҡыҙы Камалетдинова,  китапханасы Гөлнар Мозафар ҡыҙы Фазлиәхмәтова ҙур ярҙам күрһәтте. Уларға редакция исеменән оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ!

Был көндө шулай уҡ гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды, яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн почта бүлеге начальнигы ошонда уҡ подписка ойошторҙо. Байрамға редакция алып килгән гәзиттең бынан 80 йылдан ашыу нәшер ителгән һандарын сараға килеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Кисәлә шулай уҡ гәзиткә арналған таҡмаҡтар һәм йырҙар башҡарылды, «районка»ға яҙылырға өндәп сығыш яһаусылар ҙа булды.  Ауылдың иң әүҙем кешеләренең береһе Рәйзә Зәйҙулла ҡыҙы Әхмәтрәхимова ауылдаштарын туған телдә сыҡҡан гәзиттән айырылмаҫҡа саҡырһа, Фәниә Инсаф ҡыҙы Мостафина гәзитебеҙгә бағышланған бик матур шиғыр уҡып ишеттерҙе.

Редакция хеҙмәткәрҙәре гәзит уҡыусылар менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу йолаһын артабан да дауам итәсәк. Бындай байрамдарҙы бөтә ауыл биләмәләрендә лә ойоштороу күҙаллана.

Түбәндә һеҙҙең иғтибарға кисәлә уҡылған шиғырҙы ла тәҡдим итәбеҙ.

«Районка»ма
Инде бер быуатҡа яҡын
Һине нәшер итәләр.
Килеүеңде бик һағынып
Һәр-бер йортта көтәләр.
Һәр кемдең дә – үҙ яҙмышы,
Үҙ тарихы – һәр кемдең.
Һин иғтибарға лайыҡһың,
Район гәзитем минең!
Көнүҙәк мәсьәләләрҙе
Сығаһың һин күтәреп.
Донъялағы төрлө хәлде
Ебәрмәйһең үткәреп.
Яҡташтарҙың күңеленә
Өҫтәп тораһың ялҡын.
Һиндә һәр-бер һорауына
Яуабын таба халҡым.
Бик күп йылдар дауамында
Үҙ бурысың үтәйһең.
Беләһең, тырышлыҡтарың
Уңыштарға илтәһен.
Тик, тауҙарға менер өсөн,
Кәрәк күп көс түгергә.
Бирешмәҫһең, мин ышанам,
Үрмәләрһең тик үргә!
Бик күп йылдар үтһәләр ҙә,
Беҙ ҡалырбыҙ йәнәшә.
Ҡыуандырып кешеләрҙе,
«Районка»м оҙаҡ йәшә!

Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Редакция хеҙмәткәрҙәре мәкәштәр менән осрашып һөйләште
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: