+16 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
2 Декабря 2021, 10:00

Башҡорт тарихы йылына арналған «түңәрәк өҫтәл»

10 декабрҙә Салауат ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк.

Башҡорт тарихы йылына  арналған «түңәрәк өҫтәл»Башҡорт тарихы йылына  арналған «түңәрәк өҫтәл»
Башҡорт тарихы йылына арналған «түңәрәк өҫтәл»

10 декабрҙә Салауат ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөтә Рәсәй Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты, ҡаланың «Аҡбуҙат» башҡорт мәҙәниәте берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» үтәсәк.

Унда башҡорт теле уҡытыусылары, Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комитеты, «Ватан» хәрби-патриотик клуб етәкселәре, «Йәш армиясылар» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы саҡырылған.

Эш барышында башҡорт ырыуҙары тарихы, Шайморатовсылар, Төньяҡ Амурҙары вариҫтары, тарихи-архитектура комплексы, күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәм хәрби эшмәкәр Муса Мортазиндың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында докладтар уҡыласаҡ. Шулай уҡ Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас