-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Декабрь 2021, 12:45

Иң мөһиме – юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү

Инсаф Илдус улы 46 йылға яҡын руль артында. Был бик ҙур стаж.

Иң мөһиме – юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү
Иң мөһиме – юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү

Дәүләкән районында хеҙмәт эшмәкәрлеге юлдар менән бәйле кешеләр араһында ҙур тәжрибәле водитель Инсаф Фазылов та бар. Инсаф Илдус улы 46 йылға яҡын руль артында. Был бик ҙур стаж. Беренсе класлы профессиональ водитель бөгөн «Горкомсервис» муниципаль предприятиеһында «КамАЗ» автомобилен «йүгәнләгән».

«Водителдән һәр саҡ теләһә ниндәй һауа шарттарында ла уяулыҡ, бәләкәй ҡалала һәм трассала  йөрөй белеү, тирә-яҡты күҙәтеүҙә тотоу, юл ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеү талап ителә. Бынан тыш автомобиль сираттағы рейсҡа сығырға әҙер булырға тейеш. Транспорт селтәрен яҡшы белеү талап ителә, сөнки һине ҡайҙа ебәреүҙәре алдан аныҡ ҡына  билдәле булмаған саҡтар ҙа осрай», - ти ул.

Инсаф Фазыловҡа былар бөтәһе яҡшы таныш,тиҫтәләгән йылдар эшләү дәүерендә ул бер тапҡыр ҙа авария яһамаған.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: