+8 °С
Ясно


Совет яугирҙәренең Мәскәү янындағы алышының 80 йыллығы алдынан Рәсәй почтаһы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәр береһенә Президент тарафынан ҡул ҡуйылған ҡотлау таратыла.
Уны илебеҙҙе йәшәгән 900-ҙән ашыу кеше аласаҡ. Кәрәк була ҡалһа, почта хеҙмәткәрҙәре ветерандың йәшәгән урынын асыҡлап, ҡотлауҙы уның йәшәгән еренә ебәрәсәк. Әгәр адресат өйҙә юҡ икән, ҡотлау яҡындағы почта бүлексәһендә бер ай һаҡлана, ә почта хеҙмәткәре был ваҡыт эсендә ҡотлауҙы тапшырыу өсөн бер нисә тапҡыр өйөнә барасаҡ. Бөтә ҡотлауҙар адресаттарҙың шәхсән ҡулдарына тапшырыла, уны алғанда ҡултамға ҡуйыу талап ителмәй.