

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуын билдәләү күҙаллана. Ошо иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелеп һәм Аҡмуланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып, бер йүнәлештә үткәреләсәк. Был марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан Башҡорт теле көнөнә тиклем ете көн буйына ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыласаҡ. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана
Мәҫәлән, 7 декабрь –«Башҡорт теле – иманлы тел»;
8 декабрь – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө»;
9 декабрь – «Башҡорт теле – аҡыл теле»;
10 декабрь – «Башҡорт теле – шөкөр тел»;
11 декабрь – «Башҡорт теле – әҙәпле тел»;
12 декабрь - «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле»;
13 декабрь – «Башҡорт теле – ихлас тел».
Ошо ете көн эсендә «Беҡ башҡорттар» башҡорт рок-башҡарыусылары кисәһе, «М. Аҡмулланың аҡ юлы» әҙәби кисәһе, йәштәр өсөн «Йомробаш» интеллектуаль уйыны, Башҡотостандың милли инновациялы мәктәптәре етәкселәре форумы, «Телгә бәйле...» старт-сессияһы кеүек бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ.
Бынан тыш, Ғафури районыныда Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу, «Дан юлдар үткән уҙамандар» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан Башлығы грантына «Кубоктар лигаһы» КВН финалы, «Әсәм теле - сәсән теле» шиғри бәйгеһе көтөлә.
Шулай уҡ М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған байрам концерты ла - сағыу саралар иҫәбендә. Миәкә районы хакимиәте башлығы мәғрифәтсе исемендәге премиялар тапшырасаҡ.
14 декабрҙә М. Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыу, стипендиаттарға махсус премиялар тапшырыу көтөлә. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.
Башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсын, «Башҡорт теле – яңы ҡараш» исемле башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проекттары презентацияларын, «Ритайым» тигән йәштәр сараһы ойоштороу планлаштырылған. Шулай уҡ һәр районда ла тематик саралар уҙасаҡ.
Белем биреү ойошмаларында ла башҡорт телендә радио, телевидение көнө, Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм «Akmullaworldchallenge» сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, башҡорт теле буйынса этноквиз, «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы һәм башҡалар кеүек ошо йүнәлештәге саралар үткәреү ҡаралған .
Фото: ukrtb.ru