+24 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
6 Декабря 2021, 14:40

Башҡорт теле аҙнаһы үткәрелә

«Ете аҙым» тигән берҙәм концепцияға йыйылған саралар бер аҙна дауамында барасаҡ. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итәләр. 

Башҡорт теле аҙнаһы үткәреләБашҡорт теле аҙнаһы үткәрелә
Башҡорт теле аҙнаһы үткәрелә

Уларға старт 7 декабрҙә бирелә. Саралар Башҡорт теле көнө һәм М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуына арнала.

14 декабрҙә үткәреләсәк Башҡорт теле көнө бер аҙналыҡ саралар менән билдәләнә. Бер үк ваҡытта улар Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ла арнала. Был иҫтәлекле дата ла 14 декабргә тура килә.

Ошо байрамдарға арналған саралар «Ете аҙым» тигән берҙәм концепцияға йыйылған. Унда шағир һәм мәғрифәтсе М. Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендә данланған телде, башҡорт күңелен, әхләҡи ҡиммәттәрҙе аңлау темалары сағыласаҡ.

Марафон 7 декабрҙә башлана. Башҡорт теле аҙнаһының һәр көнө телде, уның ҡиммәттәрен, таҙалығын асыу, туған телде өйрәнеү кәрәклегенә арналған темалар урын ала.

«Беҙ башҡорттар» башҡорт рок-башҡарыусылары сығышы, «М.Аҡмулланың аҡ юлы» әҙәби кисәһе, әүҙем йәштәр өсөн «Йомробаш» уйыны, Ғафури районында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу, башҡорт телендәге «Әсәм теле – сәсән теле» шиғри конкурсы һәм башҡалар аҙнаның төп саралары буласаҡ.

Башҡорт теле аҙнаһы сиктәрендә Миәкә районында М. Аҡмулла исемендәге премия тапшырыу тантанаһы көтөлә.

14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә республикала М. Аҡмулла һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу, башҡорт мәғрифәтсеһе стипендианттарына дипломдар тапшырыу, уҡыусылар өсөн берҙәм онлайн-дәрес үткәреү, «Тамға» башҡорт милли костюмы оҫталарының халыҡ-ара конкурсын уҙғарыу, «Башҡорт теле – яңы ҡараш» тигән башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса башҡорт проекттарын презентациялау, «Ритайым» йәштәр кисәһе һәм республиканың бөтә муниципалитеттарында башҡорт теле кисәләрен ойоштороу күҙаллана.

Мәғариф ойошмаларында башҡорт телендәге Мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы көндәре, туған телдә һәм сит телдәрҙә М. Аҡмулла шиғырҙарын уҡыу «Akmulla world challenqe» конкурсы видеомарафоны, ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдарын ҡарау, «Бикбай уҡыуҙары» әҙәби-ижади төбәк-ара конкурсы, «Дуҫыңа башҡорт теле тураһында һөйлә» видеороликтар конкурсы үткәреү көтөлә. «Беҙ бергә» тигән онлайн-кисәлә ете көнлөк марафонға йомғаҡ яһаласаҡ.


           Фото: Олег Яровиков.

           «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдарынан.

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас