+13 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабря 2021, 12:25

«Оран» викторинаһы үтте

7-8 декабрҙә Башҡорт теле көнөнә арнап, «Оран» интернет-викторинаһы уҙғарылды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша алды.

«Оран» викторинаһы үтте«Оран» викторинаһы үтте
«Оран» викторинаһы үтте

«Ғәйнә ырыуы башҡорттары башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡала алған, - ти сараны ойоштороусылар. - Үҙебеҙҙең бай тарихыбыҙ, мәҙәни мираҫыбыҙ тураһында туған телебеҙҙә һөйләп, ата-бабаларыбыҙға хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ».

Улар дөйөм мәҙәни кимәлде күтәреп, балаларҙа туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләргә мөмкин тип иҫәпләй.

«Оран» викторинаһында теләге булған һәр кем ҡатнаша алды.

Бының өсөн https://forms.gle/c1pgnV1EWcbFjZQR8 һылтанмаһы буйынса үтергә кәрәк ине. 

Викторинаға йомғаҡ 10 декабрҙә яһаласаҡ. Еңеүселәрҙең исемлеге Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктең социаль селтәрҙәге төркөмөндә ҡуйыла. Уларҙың барыһына ла дипломдар тапшырыласаҡ.

«Башҡортостан»гәзите материалдарынан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас