+25 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабря 2021, 04:45

Ырымбурҙа - Рауил Бикбаев көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев көндәре үтә. Улар 6 декабрҙә башланды һәм 10 декабргә тиклем дауам итә.

Ырымбурҙа - Рауил Бикбаев көндәреЫрымбурҙа - Рауил Бикбаев көндәре
Ырымбурҙа - Рауил Бикбаев көндәре

Сараны республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо. Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен үҫтереүгә һәм киңерәк танытыуға арналған сара дистанцион рәүештә уҙа.

 Был сара халыҡ шағиры Р. Бикбаевҡа арналған.
Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Р. Бикбаевтың тормош һәм ижад юлына арналған «Иң яҡшы асыҡ дәрес», мәктәп уҡыусылары араһында Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәргә бағышланған ғилми-ғәмәли эштәр, йәш шағирҙар (авторҙар), Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр бәйгеһе кеүек конкурстар ойоштороу ҡаралған.
Конкурстарҙа Ырымбур өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, өлкә мәктәптәренең I–XI класс уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша.

Видеояҙмалар rt_bikbaev@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителде. Һөҙөмтәләр Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында ошо йылдың 23 декабренә тиклем урынлаштырыласаҡ.
Бындай сараларҙың маҡсаты - уҡыусыларҙа илһөйәрлек, туған телгә һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү. Улар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән «Мәғариф» милли проектының бурыстарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

«Башҡортостан» гәзите сайтынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас