Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән рәсми раҫланды. Башҡорт теле көнө йыл һайын бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы республиканың танылған шәхестәре ҡатнашлығында «Шиғри сылбыр» интернет-флешмобын ойоштора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса гранттар конкурсы еңеүселәре проекттарының күргәҙмәһе менән таныштыра.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетында бик күп, шул иҫәптән башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышланған саралар уҙғарыла, вариҫтары уның һәйкәленә сәскәләр һала.